К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың Фергюсон ҡалаһында индерелгән ғәҙәттән тых хәл режимы билдәһеҙ ваҡытҡа оҙайтылды. Ҡалала полиция менән демонстранттар араһында бәрелештәр туҡтамай. Былтыр Фергюсон ҡалаһында полиция хеҙмәткәре ҡара тәнле Майкл Браунды атып үлтергәйне. Миссури штаты суды уны аҡлағас, афроамерикандар ҡарлышыҡ акциялары үткәрә башланы.

Тағы ла биш ил Рәсәй Хөкүмәтенең аҙыҡ-түлек эмбаргоһына эләкте. Уларҙың береһе-Черногория. Был ил  Европа берлегенә кандидат булараҡ Рәсәйгә ҡаршы санкцияларға ҡушылырға мәжбүр булды. Әммә Черногория сәйәсмәндәре беҙ Рәсәй менән сәйәси диалог яҡлы һәм эшлекле мөнәсәбәттәр ҡорорға теләйбеҙ, тип белдерә.

Ҡытайҙың Дунгуань ҡалаһында метро станцияһы ер аҫтына төшөп киткән. Бер кеше һәләк булған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 12-се август Тяньцзинь ҡалаһында 21 тонна тротилға тиң шартлау яңғыраны. 44 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы  Донецк һәм Луганск өлкәләрендә  йәшәүселәр өсөн сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләне. 100 машинанан торған колонна бөгөн юлға сыҡты. Гуманитар  ярҙам йәмәғәт һәм профсоюз ойошмалары көсө менән йыйылған.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика