Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Быйыл көҙ Рәсәйҙә иҡтисади үҫеш көтөлә. Иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев ошо турала Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында белдерҙе. Алексей Улюкаев фараздарына ярашлы, 2016 йылдан башлап Эске тулайым продукт 2-3 процентҡа үҫә барасаҡ. Әлеге ваҡытта хаҡтар артыуы күҙәтелмәй, Рәсәй һумының курсы тотороҡлана, кешеләрҙең финанс хәлдәре яҡшыра.

МЕРС короновирусынан һәләк булыусылар 27 кешегә еткән. 173 кеше был үлемесле ауырыуҙы йоҡторған. 4 меңгә яҡын кешегә ҡарата карантин индерелгән. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, вирустан 450 кеше һәләк булған.

Варшаваның халыҡ-ара аэропортында хакерҙар һөжүме сәбәпле ай-ти система сафтан сыҡҡан. Пассажирҙарҙы теркәү, 10 халыҡ-ара рейс һәм эске рейстар буйынса самолеттар осоуы туҡтатылған.

Рәсәй Көнсығыш Европала НАТО инфраструктураһы киңәйеүгә һәм ракеталарға ҡаршы система урынлаштырылыуға ризаһыҙлыҡ белдерә. Был турала Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһе Сергей Иванов белдергән. Уның әйтеүенсә, әгәр ҡушма штаттар Румыния, Болгария, Польшала ракеталар урынлаштыра башлаһа Рәсәй ҙә ҡәтғи аҙымдарға барырға мәжбүр тигән президент хакимиәте етәксеһе.

Яндекс.Метрика