Дарим автомобиль к 90-летию «Радио России Башкортостан» - 1243930367 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка президенты вазифаһына дәғүә итеүсе Дональд Трамп Украиналағы көсөргәнешлек тәү сиратта Европаның мәсьәләһе тип белдерҙе. Миңә Украина өсөн Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе боҙғо килмәй. Әммә шул уҡ ваҡытта нефть һәм газды Рәсәйҙән алған Германия Украиналағы хәлдәрҙе көйләү өсөн бер нимә лә эшләмәй тигән Дональд Трамп.

Мысырҙа аномаль эҫелектән һәләк булыусылар 93 кешегә еткән. Бер-нисә йөҙ кеше дауаханаларға һалынған.  Илдә дымлылыҡ юғары булыуы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Һауа температураһы 47 градусҡа еткән. Синоптиктар киләһе көндәрҙә температура тағы ла күтәреләсәк тип иҫкәртә.

Төркиәлә хәлдәр ҡатмарлаша. Ҡайһы бер политологтар белдереүенсә, яҡын көнсығыштағы  һуғыштың Төркиә биләмәһенә күсеүе ихтимал. Бынан өс йыл элек төрөк хакимиәттәре сүриә дәүләтселеген юҡ итеүҙә мөһим роль уйнауҙа килешеп сүриәнең ҡораллы оппозицияһын һыйындырҙы. Күрәһең, улар тиҙҙән Башар Асад хәлендә ҡалырбыҙ тип уйламағандыр.

Интернет селтәрендә  йәшен  атҡан ваҡытта барлыҡҡа килгән шартлау видеоһы менән танышырға мөмкин. Уны икенсе төрлө микрошквал тип тө йөрөтәләр. Микрошквалдар самолет һәм вертолеттар өсөн етди ҡурҡыныс тыуҙыра. Һауа суднолары күтәрелгәндә йәки ултырған ваҡытта  көслө ел уларҙы ергә ҡолатыуы ихтимал.

 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Башҡортостан тегенселәргә ҡытлыҡ кисерә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан тегенселәргә ҡытлыҡ кисерә

Тегеү цехтарын асырға теләүсе һәм әлеге ваҡытта эшләп йөрөүсе эшҡыуарҙар шулай тип белдерә. Еңел сәнәғәттә белгестәрҙең ни өсөн етмәүен беҙҙең хәбәрселәр белеште.Өфөлә урынлашҡан тегеү цехтарының береһе. Тәү ҡарашҡа бер ауырлыҡ кисермәй коллектив. Бесеү ҙә, тегеү ҙә, сигеү эштәре лә көйлө бара....

4 часа 17 минут назад
Смотреть видео Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе граждандар менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе граждандар менән осрашты

Берҙәм Рәсәй партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә бөгөн граждандар менән Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев осрашты. Бер сәғәт эсендә уға алты кеше мөрәжәғәт итеп өлгөрҙө. Көнүҙәк мәсьәләне хәл итер өсөн үҙәккә. Белорет районы Яңы Хәсән, Сәфәрғол һәм Манышты ауылдары халҡы...

4 часа 20 минут назад
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриәнең Идлиб виләйәтендә Рәсәйҙең һауа-космос көстәре террорсыларҙың объекттарын утҡа тотто. Рәсәй оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең илдең хәрби полицияһына һөжүм иткәндә тап ошо объекттар  ҡулланылған. Берлинда “Германия өсөн альтернатива” фирҡәһенең баш идаралығы янында...

4 часа 22 минуты назад
Өфө ҡала хакимиәте йылытыу миҙгелен башлау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡала хакимиәте йылытыу миҙгелен башлау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы

Был аҙнала уҡ айырым йорттарға йылы биреләсәк. Ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар балалар баҡсаларының күбеһенә әленән үк йылы бирелеүе тураһында хәбәр итә. Йылытыу миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә башҡортостанда 130 километрҙа йылылыҡ һәм 204 километрҙа һыу торбалары алмаштырылған. Күп фатирлы 667...

4 часа 24 минуты назад
Башҡортостанда  3 миллион 517 мең тонна иген йыйылған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 3 миллион 517 мең тонна иген йыйылған

Был турала бөгөн республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1 миллион 600 мең гектар майҙанда сабылған, шунса уҡ гектарҙа – һуғылған. Хәйбулла районында был эштәр тулыһынса тамамланды. Район дәүләткә 105 мең тонна иген тапшырған. Иң юғары күрһәткес...

4 часа 25 минут назад
Смотреть видео Салауат ҡалаһындағы ҡот осҡос хәл республика халҡын тетрәндерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Салауат ҡалаһындағы ҡот осҡос хәл республика халҡын тетрәндерҙе

Салауат ҡалаһындағы ҡот осҡос хәл республика халҡын тетрәндерҙе. 20-ләгән үҫмерҙең ике тиҫтерен туҡмағанды социаль селтәргә ҡуйылған видео аша күреп бик күптәр шаҡ ҡатты. Республиканың тәфтиш комитеты ла үҙ тикшереүен башланы. Интернет селтәрендә 16 йәшлек егетте туҡмағандары юҡтан ғына килеп...

4 часа 26 минут назад
Баймаҡта мөжәүир хәҙрәт ҡәберен емергәндәр | ГТРК «Башкортостан»

Баймаҡта мөжәүир хәҙрәт ҡәберен емергәндәр

Бөгөн беҙ Баймаҡтан ҡот осҡос хәбәр алдыҡ. Райондың Манһыр ауылында ерләнгән бөйөк шәхес, ислам донъяһында ҙур танылыу алған Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберен һәм уның таҡтаташын емергәндәр.  Вандалдар шулай уҡ ҡәбер янындағы ултырғыстарҙы, ҡойманы ватҡан. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты...

4 часа 28 минут назад
Мәжит Ғафуриҙың һәйкәле емерелгән | ГТРК «Башкортостан»

Мәжит Ғафуриҙың һәйкәле емерелгән

Башҡортостанда башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы, халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың һәйкәле емерелгән. Мәжит Ғафури исемендәге парктан постамент фотоларын социаль селтәр менән ҡулланыусылар һалған. Бында  яҙыусының бюсы булған, уны бер нисә йыл элек реставрацияға тип алып киткәндәр. Постамент...

25 сентября 2017
Башҡортостан радиоһы хәбәрсеһе ижади конкурста икенсе урынға лайыҡ булды/ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан радиоһы хәбәрсеһе ижади конкурста икенсе урынға лайыҡ булды/

Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин башҡорт телен Рәсәй кимәлендә танытты. “Рәсәй-Башҡортостан” каналы тапшырыуы федераль кимәлдәге ижади конкурста икенсе урынға лайыҡ булды. “Башҡортостан радиоһы” программалары ике көн эсендә Рәсәй кимәлендәге ҙур ярыштарҙа  тәүге урындарға сыҡты. Нальчикта, “...

25 сентября 2017
Башҡортостанда йәшәүселәр башҡорт телен өйрәнеү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йәшәүселәр башҡорт телен өйрәнеү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр башҡорт телен өйрәнеү буйынса үҙ тәҡдимдәрен курултай-уфа@майл.ру адресына ебәрә ала. Бөтә Донъя Башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов әйтеүенесә, уларҙың барыһы ла башҡорт телен һаҡлауға йүнәлтелгән дәүләт программаһын эшләгәндә иҫәпкә алынасаҡ....

25 сентября 2017
Нефттән килгән килемде халыҡ араһында бүлергә тәҡдим ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Нефттән килгән килемде халыҡ араһында бүлергә тәҡдим ителгән

Федераль бюджет ҡаҙылма байлыҡтар табыуҙан килгән табыштан да туплана. Парламент ошо сумманы эшләгән кешеләр һәм пенсионерҙар араһында бүлеү тураһында закон проектын тикшерергә йыйына. Документ түләүҙең беренсе йылында табыштан 20 процентты бүлеүҙе күҙаллай. Һуңынан йыл һайын ул 2 процентҡа артып...

25 сентября 2017
Бурыслыларҙың мөлкәтенә арест һалыу башланды | ГТРК «Башкортостан»

Бурыслыларҙың мөлкәтенә арест һалыу башланды

Өфөлә суд приставтары, федераль һалым хеҙмәте идаралығы менән берлектә һалым һәм страховка иғәнәләре буйынса бурыслыларҙың мөлкәтенә арест һала башланы. Үткән аҙнала ғына һалым түләмәүселәрҙән 17 миллион һумдан ашыу бурыс ҡайтарылған. Шулай уҡ 19 миллион һумлыҡ мөлкәткә арест һалынған.Рейд...

25 сентября 2017
ЮХХДИ етәксеһе Өфөлә видеокамераларҙың артыуына аңлатма бирҙе | ГТРК «Башкортостан»

ЮХХДИ етәксеһе Өфөлә видеокамераларҙың артыуына аңлатма бирҙе

Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, был ҡоролмаларҙы күреп ҡалған водителдәр, шунда уҡ тиҙлектәрен кәметә һәм юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тырыша. Һөҙөмтәлә, юлдарҙа авариялар һаны аҙая һәм зыян күреүселәр кәмей, тип белдерҙе адш автоинспектор. Тиҙҙән Октябрь Проспекты һәм Галле округы  урамдары...

25 сентября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Хюман Райт Уатч хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын Ғыйраҡтағы хәрби енәйәттәрҙе тикшереүҙә һүлпәнлек күрһәтеүҙә ғәйепләне. Ойошма вәкилдәре белдереүенсә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Ғыйраҡ хәрбиҙәре һәм коалиция көстәренең хоҡуҡ боҙоуҙарын инҡар итә. Хюман Райт Уатч Именлек...

25 сентября 2017
Смотреть видео Өфөлә ”Йәшел Рәсәй” акцияһы сиктәрендә ҙур өмә үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ”Йәшел Рәсәй” акцияһы сиктәрендә ҙур өмә үтте

Унда өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Барлығы алты майҙан сүп-сарҙан таҙартылды. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар уҡыу йорттары биләмәһендә эш менән булһа, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, ҡала хакимиәте, төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре ...

25 сентября 2017
Смотреть видео 11 октябрҙә Республика көнө киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

11 октябрҙә Республика көнө киң билдәләнәсәк

Ойоштороу комитеты беренсе ултырышында уҡ байрам тантаналарындағы хәүефһеҙлек сараларын хәстәрләүҙе тәү бурыс итеп ҡуйҙы. Йәмәғәт тәртибе, юл хәрәкәте именлеге, ашығыс ярҙам,  ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүҙе махсус хеҙмәттәр тәьмин итә. Байрам алдынан ҡала һәм райондарҙа төрлө саралар...

25 сентября 2017
Смотреть видео Өфөлә сауҙа үҙәктәренән халыҡ тағы ла эвакуацияланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә сауҙа үҙәктәренән халыҡ тағы ла эвакуацияланды

Шартлатҡыс һалыныу тураһындағы ялған шылтыратыуҙар туҡтамай. Телефон терроры өсөн кем ғәйепле? Быға тиклем Рәсәйҙең федераль именлек хеҙмәте шылтыратыуҙарҙың ҡайҙан һәм кем яһағанын асыҡланы, телефон террорсылары ҡулға алынды тип тә хәбәр ителгәйне. Әммә билдәһеҙ кешеләр ҡурҡыныс уйынын дауам итә....

25 сентября 2017
Башҡортостанда йәш ҡатын йөк ташыусы поезд аҫтында ҡалған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йәш ҡатын йөк ташыусы поезд аҫтында ҡалған

Ул ауыр тән йәрәхәттәре алып ҡаланың 13-сө дауаханаһына килтерелгән. Был турала бөгөн ҡотҡарыу хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса ҡатын тимер юлын билдәләнмәгән урындан сыҡҡан, ҡолаҡсын кейеү сәбәпле машинистың сигналын да ишетмәгән. Рәсәйҙә тимер юлы аша сыҡҡанда, иғтибарһыҙлыҡ...

25 сентября 2017
Смотреть видео Билдәле замандашыбыҙ, күп яҡлы шәхес | ГТРК «Башкортостан»

Билдәле замандашыбыҙ, күп яҡлы шәхес

 ғалим, профессор, йәмәғәт һәм фән эшмәкәре, педагогия фәндәре докторы Эдуард Хәмитов бөгөн үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Эдуард Шәйхулла Башҡорт дәүләт педагогия университетының ректор кәңәшсеһе вазифаһын башҡарып килә. Әйткәндәй, тап уның етәкелеге...

22 сентября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре - 22.09 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре - 22.09

Рәсәйҙә шартлатҡыс һалыныуы тураһында ялған шылтыратыуҙар дауам итә. Мәскәүҙә ашығыс рәүештә “Яндекс” компанияһы офисынан хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуацияларға тура килде. Бинанан 3 мең кешеимен урынға сығарылған. Америка Төнъяҡ Кореяға ҡарата яңы санкциялар индерә. Был турала Дональд Трамп төньяҡ Корея...

22 сентября 2017
Смотреть видео Ишембай районы дауаханаға, магазиндарға йөрөй алмай интегә | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай районы дауаханаға, магазиндарға йөрөй алмай интегә

Ишембай районы халҡы автобус булмау сәбәпле дауаханаға, магазиндарға йөрөй алмай интегә. Йөклө ҡатындар аҙна һайын тиерлек ҡала поликлиникаһында анализ тапшырыу өсөн такси саҡыртырға мәжбүр. Ни өсөн “Башавтотранс” йәмәғәт транспортының хәрәкәт итеү теҙмәһе ҡапыл үҙгәрҙе? Сентябрь айы башында ғына...

22 сентября 2017
Өфөлә таушалған йорттарҙа йәшәүселәргә яңы торлаҡ биреүгә бәйле янъял ҡубырға тора | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә таушалған йорттарҙа йәшәүселәргә яңы торлаҡ биреүгә бәйле янъял ҡубырға тора

Мутлашыу ысулы ябай. Башҡаланың Коммунистик урамында йәшәгән ғаиләгә үҙәктән фатир бирәләр. Ошо турала Рәсәйҙең торлаҡ-коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороу фондына хисап ебәрелә. Ысынында, иһә, ғаиләгә үҙәктә түгел, ә Шаҡшаның ситендәге йорттан бүлмә  тапшырыла.  Йәшәргә яраҡһыҙ тип...

22 сентября 2017
Смотреть видео Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндереү | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндереү

Республика хөкүмәте ҡушыуы буйынса Өфөлә эштәре 2019 йылда-Республиканың 100 йыллығын байрам итеүгә тамамланырға тейеш. Әле объекттың икенсе сиратында-“Юность” спорт комплексынан дуҫлыҡ Монументына тиклемге өлөшөндә эш ҡайнай. Уның хаҡы 2 миллиард 500 миллион һумға баһалана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,...

21 сентября 2017
Смотреть видео Быйыл ҡыш нисек буласаҡ?  | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл ҡыш нисек буласаҡ?

Синоптиктарҙың яҡынса күҙаллауҙарына ҡарағанда, Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында һәм Урал федераль округында ҡыштың тәүге яртыһы былтырғыға ҡарағанда ла йылыраҡ буласаҡ. Башҡортостанда октябрҙә температураның норманан 2 ярым градусҡа юғары, ноябрҙә иһә 5 градусҡа һалҡыныраҡ булыуы көтөлә....

21 сентября 2017
Смотреть видео Ҡала хужалығының ҡышҡылыҡҡа әҙерлек паспортына ҡул ҡуйылды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡала хужалығының ҡышҡылыҡҡа әҙерлек паспортына ҡул ҡуйылды

Был ресурс менән тәьмин итеү предприятиелары йәшәйеште тәьмин итеү системаларын ремонтлау буйынса эште тамамланы тигәнде аңлата. “Өфөнөң инженер селтәре” ойошмаһы 5 саҡырымда 17 участкала йылылыҡ торбаларын алмаштырған.  Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләренә ярашлы, уртаса һауа...

21 сентября 2017
Смотреть видео Бөгөн Өфөлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ҡырҡ бишенсе ултырышы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Өфөлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ҡырҡ бишенсе ултырышы үтте

Унда утыҙҙан ашыу закон проекты ҡаралды. Улар араһында республика ҡаҙнаһына ҡағылышлылары ла бар ине. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Башҡортостандың 2017 йылға һәм 2018-2019 йылдарға Башҡортостан бюджеты тураһында”ғы закон проекттарын ҡараны. Киләһе йылдарҙа үҙгәрештәр көтөлмәй,  быйылғы...

21 сентября 2017
Смотреть видео Өфөлә бура тейәгән машинаһының китеп барғанда артҡы тәгәрмәсе ысҡынған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә бура тейәгән машинаһының китеп барғанда артҡы тәгәрмәсе ысҡынған

Ғәҙәттән тыш хәл Вологод урамында теркәлә. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, тиҙлек юғары булмағанлыҡтан йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Водитель тәгәрмәсе ысҡынғанын ваҡытында һиҙеп ҡала һәм машинаны туҡтата.

21 сентября 2017
Смотреть видео Үҙәк банк “Бинбанк”ты бөлгөнлөктән һаҡлап алып ҡаласаҡ  | ГТРК «Башкортостан»

Үҙәк банк “Бинбанк”ты бөлгөнлөктән һаҡлап алып ҡаласаҡ

“Бинбанк”ты бөлгөнлөктән һаҡлап алып ҡалыу өсөн иҡтисади һәм финанс яҡтан һауыҡтырыу тураһындағы хәбәр  кредит ойошмаһының Башҡортостандағы филиалдары эшмәкәрлегендә сағылыш тапманы. Банктың Өфөләге һигеҙ филиалы ла, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларындағы бүлексәләре лә ҡәҙимге...

21 сентября 2017
Смотреть видео Башҡортостан таланттарға бай төбәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан таланттарға бай төбәк

Кемдер техника эшләп халыҡты шаҡ ҡатыра, берәүҙәр яңы технологиялар уйлап таба, ә бәғзеләр ҡул эштәре менән кешеләрҙең һөйөүен яулай. Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе ҡул оҫтаһы Венера Ғизәтуллина ла тап шундайҙарҙың береһе. Ул төрлө материалдан матурлыҡ тыуҙыра. Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе Венера...

21 сентября 2017
Смотреть видео Муниципалитеттар инфраструктураһын үҫтереүгә граждандарҙы нисек йәлеп итергә?  | ГТРК «Башкортостан»

Муниципалитеттар инфраструктураһын үҫтереүгә граждандарҙы нисек йәлеп итергә?

Бөгөн Өфөлә БРИКС дәүләттәренең халыҡ-ара форумы асылды. Унда граждандарҙы муниципалитеттар инфраструктураһын үҫтереүгә йәлеп итеү мәсьәләһе ҡарала.

21 сентября 2017
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика