Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Индонезия бойондороҡһоҙлоғоноң 70 йыллығын билдәләй. Әммә байрам саралары авиаһәләкәт сәбәпле матәм саралары менән алмашты. 54 кешенең яҙмышы билдәһеҙ. Ҡотҡарыусылар самолет ҡолаған урынға икенсе көн барып етә алмай-һауа шарттары ҡатмарлашты. Лайнерға шулай уҡ дүрт тоҡ аҡса тейәгәндәре лә билдәле.

Испанияла бер айҙа ғына үгеҙҙәр 7 кешене һөҙөп үлтергән. Фажиғәләр күп осраҡта корридаға тиклем, урамдар буйлап үгеҙҙәр менән бергә югергәндә теркәлә. Йәйге фестивалдәр ваҡытында шулай уҡ илдең башҡа ҡалаларында ла үлемесле осраҡтар бар.

19-сы августа бик күп кешеләрҙең башы ауыртыуы ихтимал-ергә магнит дауылы килә. Әлегә уның көсө билдәле түгел, шулай ҙа табиптар йөрәк сирлелергә, ҡан баҫымы менән яфаланыусыларға сараһын күрергә кәңәш итә.

Яндекс.Метрика