Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Индонезияла һәләкәткә осраған самолеттың ҡара ҡумтаһы табылған. Ил хакимиәттәре был фажиғә сәбәптәрен атауҙан баш тарта. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, самолет тауға бәрелгән.

Ислам дәүләте һуғышсылары төркиә президент Эрдоганды иблис менән сағыштырып төрөктәрҙе ихтилалға саҡырҙы. Ислам дәүләте Рәсәйҙә тыйылған ойошмалар исемлегенә индерелгән.

Атлас исемле кешегә оҡшаш робот һынау үткән. Ул таулы-ташлы урындарҙы еңел үтә ала, хатта 20 килограмлыҡ гер менән һуҡһаң да йығылмай. Белгестәр был конструкцияны тағыла камиллаштырасаҡ, киләсәктә роботҡа тоташтырылған сымдарҙан тулыһынса баш тартыу ҡарала.

Яндекс.Метрика