Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиәлә көн һайын тиерлек полицияға һәм һалдаттарға һөжүм итәләр. Анадолу агентлығы хәбәр итеүенсә, Сиирт виләйәтендә полицияның 8 хеҙмәткәре һәләк булған.  Төркиә хакимиәттәре террорға ҡаршы операция иғлан иткән. Уның барышында ислам дәүләтенең һәм курд эшсе партияһының бер-нисә ағзаһы ҡулға алынған.

Европа мигранттар ағымына ҡаршы көрәшә.  Греция утрауҙарына ғына 20 мең кеше килгән. Күптәр юлда һәләк була. Ҡасаҡтарҙың күбеһе Сүриә һәм Афғанстандан. Легаль булмаған мигранттар Европа берлеге илдәрендә төпләнеп ҡалырға тырыша.

Ставрополье крайында боҙборсаҡ яуған. Ул автомобилдәргә генә зыян килтермәгән, бер-нисә кешене лә йәрәхәтләгән. Был көндө Железноводск ҡалаһында тиҙ  медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәте көсәйтелгән режимда эшләгән.

Япония пилотһыҙ космос карабын йыһанға осорған. Конотори халыҡ-ара космос станцияһына аҙыҡ-түлек, йәшәйеш өсөн кәрәк-яраҡтар алып бара. Унан сүп-сар тейәп кире осҡанда атмосфераның ҡуйы ҡатламдарында янып көлгә әйләнә.

Яндекс.Метрика