Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡәһирәлә шартлау һөҙөмтәһендә тиҫтәләгән кеше йәрәхәтләнгән. Төндә билдәһеҙ кешеләр урындағы полиция бинаһы янында автомобилде шартлатҡан. Урындағы мәғлүмәт саралары был шартлауҙы мысыр президенты ҡул ҡуйған яңы ҡанун менән бәйләй. Ул  көс структураларына террор менән көрәштә киң мөмкинлектәр аса.

Америкала урман янғындары ҡотора. Һәләк булыусылар бар. Вашингтон штатаныдағы ҡайһы бер ҡалаларҙа йәшәүселәр эвакуацияланған. 50 йорт янған. Һәләк булыусылар бар. Һуңғы ун йылда тәүге тапҡыр урман янғындарына ҡаршы көрәшкә хәрбиҙәр йәлеп ителгән.

Корея халыҡ демократия республикаһы башлығы Ким Чен Ын ғәскәрҙәрҙе тулы хәрби әҙерлеккә килтерергә ҡушҡан. Ике күрше дәүләт араһында көсөргәнешлек арта. Көньяҡ Корея  Америка Ҡушма Штаттары менән берлектә хәрби күнекмәләр башларға тейеш. Төнъяҡ Корея провакацияларҙы иҫкәртеү маҡсатында сик буйында ғәскәр туплай.

Рәсәйҙең көньяғында тәбиғи апокалипси. Ставрополье һәм Краснодар крайҙарына, Ҡарасәй-Черкес республикаһына дауыл ҙур зыян килтерҙе. 11 кеше йәрәхәтләнгән, йорттар емерелгән. Ставрополье крайында боҙборсаҡ яуған. Ул автомобилдәргә генә зыян килтермәгән, бер-нисә кешене лә йәрәхәтләгән. Был көндө Железноводск ҡалаһында тиҙ  медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәте көсәйтелгән режимда эшләгән.

Яндекс.Метрика