Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Японияла Америка Ҡушма штаттарының хәрби базаһында ҙур шартлауҙар яңғыраған. Ғәҙәттән тыш хәл Токионан алыҫ түгел Сагамихара ҡалаһында теркәлгән. Шартлауҙар һөҙөмтәһендә базала янғын сыҡҡан. 900 кв.м тәшкил иткән майҙандағы янғынды һүндереү өсөн ете сәғәттән ашыу ваҡыт китә. Властар хәбәр итеүенсә, зыян күреүселәр юҡ. Шартлауҙың һәм янғындың сәбәптәрен америка хәрбиҙәре асыҡлаясаҡ.

Македония ҡасаҡтар өсөн яңынан сиктәрен асҡан. 20 август Македония ғәҙәттән тыш хәл иғлан итеп, көньяҡ сиген япҡандан һуң ҡаты бәрелештәр башланғайны. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре уларға ҡаршы көрәште туҡтатҡан. Һөҙөмтәлә, меңәрләгән кеше Грециянан Македонияға ағыла. Нелегалдарҙың күбеһе Сүриә, Ирак һәм Афғанстандан.  Мигранттар Македонияла автобустарға ултырып Сербия һәм артабан Евросоюз илдәренә юллана.

Кариб диңгеҙен ағыулы ылымыҡтар баҫып алған. Диңгеҙҙең курорттарында һыу инеү хәүефле. Шуға улар эштәрен туҡтатырға мәжбүр. Насар еҫ, бысраҡ һыу ғына түгел, ылымыҡтар бүлеп сығарған ағыулы матдәләр ҙә ял итеүселәрҙең сәләмәтлегенә зыян килтереүе ихтимал. Яҡын арала был төбәктең дәүләт башлыҡтары йыйылып, ғалимдар һәм экологтар менән зарарлы организмдарҙың таралыуын туҡтатыу сараһын эҙләйәсәк.

Яндекс.Метрика