Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Коньяҡ менән Төньяҡ Корея ваҡытлыса килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Һуңғы бер нисә көндә яҡтар хәрби бәрелеш сигенә еткәйне. Быға тиклем Көньяҡ Корея һалдаттары мина шартлау сәбәпле, йәрәхәттәр алғайны. Пхеньян был хәлгә үҙенең ҡатнашлығын кире ҡаға, һөҙөмтәлә Сеул  11 йыллыҡ тәнәфестән һуң сик буйында урынлаштырылған репродукторҙар аша пропагандалауҙы яңынан башларға мәжбүр.

Рәсәйҙә Википедия сайтына инеүҙе сикләйҙәр. Сәбәбе  — Википедияның рус телендәге сайтында наркотиктар әҙерләү ысулдары тураһында тыйылған мәғлүмәттәр яҙылыуы. Рәсәй коммуникация күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре шул мәғлүмәт яҙылған адресҡа сығыуҙы ғына тыйған, әммә был тотошлай Википедия сығанағын ябыуға килтерәсәк.

Приморье крайына “Гони” тайфуны яҡынлаша. Төбәктә ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Йылға буйында йәшәгән халыҡты хәүефһеҙ урынға сығарыу башланған.  Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, иртәгә төнөн ҡойма ямғырҙар һәм  көслө ел  көтөлә. 

Яндекс.Метрика