Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европала ҡасаҡтар мәсьәләһе киҫкенләшә. Килеп тыуған хәлдән сығыу өсөн Европа илдәренә берләшергә кәрәк, тип белдергән европа дипломатияһының башлығы Федерика Могерини. Еврокомиссия мәғлүмәттәре буйынса, июль айы эсендә Грецияға ғына 50 меңдән ашыу кеше килгән.  Македония нелегалдарҙың иң ҙур туҡталыш урыны булараҡ ярҙамға мохтаж. Бигерәк тә, мигранттарҙы күсереү өсөн  транспорт етмәй. Ошо йәһәттән, ҡасаҡтарҙың хәлен еңеләйтеүгә Евросоюз Македонияға 90 мең евро һумлыҡ гуманитар ярҙам күрһәтәсәк. 

Францияла атыш арҡаһында дүрт кеше һәләк булған. Ҡот осҡос хәл Руа ҡалаһынан алыҫ түгел сиғандар таборында була. Лагерь биләмәһенә ҡораллы кеше килеп кереп, алты айлыҡ сабыйҙы, бер ирҙе һәм ҡатынды атып үлтергән. Тағы ла бер-нисә кеше, шул иҫәптән өс йәшлек бала ауыр йәрәхәттәр алған. Енәйәтсе фажиғә урынына килеп еткән жандармдарға ла ут асҡан. Һөҙөмтәлә, бер тәртип һаҡлау хеҙмәткәре алған йәрәхәттәрҙән һәләк була. Иҫерек енәйәтсе ҡулға алынған

Рәсәйҙә сит илдән көнкүреш химияны һатыуҙан алалар. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы продукциялар хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй, тип тапҡан. Henkel, Procter & Gamble, Colgate-Palmolive кеүек билдәле компанияларҙың импортлы тауарҙары бил исемлеккә ингән. Ҡайһы магазин кәштәләренән был тауарҙар юғала ла башлаған,тип хәбәр итә Коммерсант газетаһы. 

Яндекс.Метрика