Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Кисә Америка Ҡушма штаттарында тура эфир ваҡытында ике кешене атып үлтергәндәр. „Дабл ю, ди би джей ете„ телеканалы журналисы 24 йәшлек Элисон Паркер һәм оператор 27 йәшлек Адам Уард Монета ҡалаһының сауҙа үҙәгенән тура эфирға сыҡҡанда уларға ҡарата ут асҡандар. Енәйәтсе ҡасырға тырышып аварияға осрай һәм ҡаты йәрәхәттәрҙән дауаханала һәләк була. Асыҡланыуынса,  ул телеканалдың 41 йәшлек элекке хеҙмәткәре. Енәйәтсе фажғәне видеоға төшөрөп интернет селтәренә һалып өлгөргән һәм оператор өсөн мин эштән ҡыуылдым, ә журналист миңә ҡарата расистик фекерҙәр еткерҙе, тип яҙап ҡалдырған.

Мексикала йәнә КолимА вулканы урғыла. Дәүләттең иң әүҙем вулканы быйылғы йәй эсендә өсөнсөгә  уяна. Төтөн бағанаһы 5600 метрға тиклем күтәрелгән. Урындағы властар ғәҙәттән тыш хәл иғлан иткән. Тимәк, тау буйында йәшәгән халыҡ кәрәк булһа, ашығыс рәүештә хәүефһеҙ урынға күсеп китергә әҙер булырға тейеш.

Рәсәйҙә сит илдәрҙә етештерелгән көнкүреш химия тауарҙарын һатыуҙан алалар. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы продукциялар хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй, тип тапҡан. Henkel, Procter & Gamble, Colgate-Palmolive кеүек билдәле компанияларҙың импортлы тауарҙары был исемлеккә ингән. Ҡайһы магазин кәштәләренән был тауарҙар юғала ла башлаған,тип хәбәр итә Коммерсант газетаһы. Белгестәр әйтеүенсә,бында борсолорға урын юҡ-сикләү  индерелгән бар химия тауарҙарының да аналогтары кәштәләрҙә бар.

Яндекс.Метрика