Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Байкал күлендә караптан Бүрәт республикаһында урман янғындарын төшөргәндәр. Был видеола төн түгел, көндөҙгө 12 сәғәт. Күреүегеҙсә, ҡара ҡуйы төтөн аша ҡояш нурҙары ла үтеп инә алмай. Урындағы халыҡ ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең ут менән көрәшергә көсө етмәй тип белдерә. Шуға ла ил буйынса волонтерҙар йыйыу иғлан ителгән. 

Европа берлеге миграция көрсөгөнә бәйле кәңәшмә йыйырға мәжбүр. Тиҙҙән Италия һәм Грецияла ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн өҫтәмә пункттар асыу ҡарала.

Төнъяҡ Кореяла туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар сәбәпле йылғалар ярҙарынан сығып ҡалаларҙы баҫа. Йорттар емерелә, кешеләр һәләк була. Меңләгән  кеше йорт-ҡаралтыһыҙ тороп ҡалған.

Гавайялағы Килауэа вулканы уянған. Магма ағымы бер саҡырымға һуҙылып эргә-тирәләге ауылдарҙы юҡ итеү ҡурҡынысы менән янай. Килауэа вулканының бейеклеге 1 километр 247 метр. 

Яндекс.Метрика