Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Көнбайыштың беҙҙең илгә ҡарата санкцияларҙы оҙайтыу тураһындағы ҡарарына яуап итеп  Рәсәй  Европанан индерелгән аҙыҡ-түлеккә эмбаргоны шул килеш ҡалдырырға булды. Ошо туралағы документ әҙерләнеп Рәсәй президенты хакимиәтенә тапшырылған. Европа берлеге санкциялары 2016-сы йылдың ғинуарына тиклем ғәмәлдә ҡаласаҡ.

Рәсәй президенты Владимир Путин Германия канцлеры Ангела Меркель һәм Франция президенты Франсуа Олланд менән телефон аша һөйләшкәндә Украина хәрбиҙәренең Донбассты утҡа тотоуын туҡтатыу кәрәклеген билдәләне. Өс президент артабан да Украиналағы хәлдәр буйынса һөйләшеүҙәрҙе туҡтатмаҫҡа килешкән.

Паҡстанда Синд виләйәтендә эҫенән 224 кеше һәләк булған. Карачи ҡалаһында ғына 45 градуслыҡ эҫенән 200 кешенең ғүмере өҙөлгән. Йәйге селләнән электр менә тәьмин итеү ҡатмарлаша. Паҡстан властары ярҙам һорап хәрбиҙәргә мөрәжәғәт иткән.

Рәсәйҙәге иң бай кешеләрҙең береһе Алишер Усманов Рәсәй футбол союзына баш тренер Фабио Капелла алдындағы бурысты ҡаплау өсөн  300 миллион һум аҡса биргән. Февралдә генә ул союзға 400 миллион һум күсергәйне.



Яндекс.Метрика