Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Испанияла пиротехника заводында шартлау сәбәпле 5 кеше һәләк булған. Алтауһы йәрәхәтләнгән. Фажиғә урынында ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр эшләй.

Киевта укарина парламенты янына килгән манифестанттар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре араһындағы бәрелештәрҙә 1 кешенең ғүмере өҙөлгән. 130 кеше дауаханаға һалынған. 

Тауҙарға ҡоштар осҡан бейеклектән ҡараш. Европалағы марафонды бөркөткә беркетелгән камера ярҙамында видеоға төшөргәндәр. Хайуандарҙы һаҡлау ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре ошондай үҙенсәлекле ысул менән тирә-яҡ мөхит бысраныу сәбәпле юҡҡа сығыу янаған бөркөттәргә иғтибар йәлеп итергә ниәтләй. 

 

Яндекс.Метрика