Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Алтын киҙеүе. Өсөнсө рейхтың алтыны тейәлгән поезд табылған тигән хәбәр сыҡҡас та Польшаға туристар ағымы күбәйгән. Урындағы Валбжих ҡалаһы ошо форсаттан файҙаланып ҡаланы бөтә донъяға танытыу маҡсатында реклама кампанияһын башлап ебәргән.

Европа мигранттар ағымын көйләй алмай. Африка, Сүриә һәм Ғыйраҡтан ҡасаҡтар Шенген биләмәһенә үтеп инергә тырыша. Был иһә уларға ошо биләмәгә ингән илдәр буйлап ирекле йөрөү мөмкинлеге бирә. Европа йәмәғәтселеге легаль булмаған мигранттар мәсьәләһенә тиҙ арала иғтибар итеүҙе талап итә.

Байконур космодромында Союз ФГ ракетаһына старт бирелде. Ул халыҡ-ара экипажды орбитаға сығарҙы. Халыҡ-ара космос станцияһына осоу ике көн дауам итәсәк. Яңы экипажды Рәсәй космонавтары Геннадий Падалка, Михаил Корниенко, Американан Скотт Келли һәм Чел Линдгрен, Япониянан Кимия Юи көтә.

Яндекс.Метрика