Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Уссурийсктағы Йәшел утрау зоопаркы көслө ямғырҙан һуң һыу аҫтында ҡалған. Күп кенә хайуандар һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре уларҙы ҡотҡарыу өсөн хатта вертолетты ла йәлеп иткән. Бөгөн ҡотҡарыусылар өс айыуҙы хәүефһеҙ урынға күсергән.

Белградҡа 15 минут һайын мигранттар тейәгән автобустар килә. Хәл алғандан һуң улар йәйәүләп сик яғына ашыға. Ҡасаҡтар әйтеүенсә, улар Сүриәләге, Ғыйраҡтағы һуғыштан ҡаса. Бер кемдең дә Европаға күскеһе килмәй. БМО-ның махсус фонды мигранттарҙың балалары тейешле ярҙам алырға тейеш тип белдерҙе.

Краснодар крайында цирктағы шоу ваҡытында ат артисты тапап үлтергән. Был хәлде меңләгән кеше күҙәткән. Күптәр телефондарын алып фажиғәне видеоға төшөрә башлаған. Ҡайһы бер кешеләр аңын юғалтып йығылған. 



Яндекс.Метрика