Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Кишиневта 20 мең кеше демонтстрацияға сыҡҡан. Улар хөкүмәттең отставкаға китеүен, ваҡытынан алда һайлау үткәреүҙе, илдең өс банкынан 1 миллиард 500 миллион долларҙың ни сәбәпле юғалыуын тикшереүҙе талап итә.

Германия ваҡытлыса Австрия менән сикте яба. Илдең эске сәйәси ведомствоһы етәксеһе Томас де Мезьер белдереүенсә, был тәү сиратта мигранттар ағымын сикләү өсөн эшләнә. Был аҙым Шенген килешеүенә ҡаршы килмәй тигән министр.

Американың Калифорния штатында урман яна. Ут Амадор һәм Калаверас округтарында йөҙләгән йортто көлгә әйләндергән. Янғын һүндереүселәр араһында йәрәхәтләнеүселәр бар. Ут менән 3 мең 300 кеше көрәшә.

Союз ТМА-16М космос карабы экипажы Ҡазағстан биләмәһенә төштө. Космонатар-Геннадий Падалка, Айдын Аимбетов һәм Андреас Могенсен- үҙҙәрен яҡшы тоя.

Яндекс.Метрика