Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сәғүд ғәрәбстанының хәрби һауа көстәре Йемендың башҡалаһы Сананы утҡа тотоуын дауам итә. 10 кеше һәләк булған. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡаршы яҡтарҙы һөйләшеү башларға саҡыра.

Эстонияның фермерҙары, һөт етештереүселәре парламент бинаһы янында ҡаршылыҡ акцияһы үткәрҙе. Рәсәй был илдән тауар индереүҙе тыйғас, эстон фермерҙары бик ауыр хәлдә ҡалған. Шуға ла улар дәүләттән өҫтәмә финанс ярҙам талап итә.

Венгрия армияһы Сербия менән сикте ябыуға йүнәлтелгән яңы ҡанундарҙың үтәлешен тәьмин итәсәк. Улар ҡасаҡтарҙы теркәүҙә һәм сикте һаҡлауҙа ла ҡатнашасаҡ. Яңы ҡағиҙәләр бөгөн ғәмәлгә инде һәм сикте үткән өсөн 3 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Калифорнияла урман янғындары менән 11 мең кеше көрәшә. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 100-ҙән ашыу  йорт янып көлгә әйләнгән. Йәшәү өсөн ҡурҡыныс булған биләмәләрҙән 23 мең кеше эвакуацияланған. Америка Ҡушма Штаттарында быға тиклем бындай күләмле янғындар теркәлмәгән.

Яндекс.Метрика