Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Паҡстанда Синд виләйәтендә эҫенән 224 кеше һәләк булған. Карачи ҡалаһында ғына 45 градуслыҡ эҫенән 200 кешенең ғүмере өҙөлгән. Йәйге селләнән электр менә тәьмин итеү ҡатмарлаша. Паҡстан властары ярҙам һорап хәрбиҙәргә мөрәжәғәт иткән.

Көнбайыштың беҙҙең илгә ҡарата санкцияларҙы оҙайтыу тураһындағы ҡарарына яуап итеп  Рәсәй  Европанан индерелгән аҙыҡ-түлеккә эмбаргоны шул килеш ҡалдырырға булды. Ошо туралағы документ әҙерләнеп Рәсәй президенты хакимиәтенә тапшырылған. Европа берлеге санкциялары 2016-сы йылдың ғинуарына тиклем ғәмәлдә ҡаласаҡ.

Рәсәй Көнсығыш Европала НАТО инфраструктураһы киңәйеүгә һәм ракеталарға ҡаршы система урынлаштырылыуға ризаһыҙлыҡ белдерә. Был турала Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһе Сергей Иванов белдергән. Уның әйтеүенсә, әгәр ҡушма штаттар Румыния, Болгария, Польшала ракеталар урынлаштыра башлаһа Рәсәй ҙә ҡәтғи аҙымдарға барырға мәжбүр тигән президент хакимиәте етәксеһе.

Быйыл көҙ Рәсәйҙә иҡтисади үҫеш көтөлә. Иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев ошо турала Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында белдерҙе. Алексей Улюкаев фараздарына ярашлы, 2016 йылдан башлап Эске тулайым продукт 2-3 процентҡа үҫә барасаҡ. Әлеге ваҡытта хаҡтар артыуы күҙәтелмәй, Рәсәй һумының курсы тотороҡлана, кешеләрҙең финанс хәлдәре яҡшыра.

Яндекс.Метрика