Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Испанияла хайуандарҙы яҡлаусылар менән Торо де ла вега байрамында ҡатнашыусылар һуғышҡан. Был байрамдың асылы шунда-үгеҙ урам буйлап кешеләрҙе баҫтыра. Ахыр сиктә уны һөңгө ҡаҙап үлтерергә тейештәр. Хайуандарҙы яҡлаусылар 120 мең ҡултамға йыйып үгеҙҙәрҙе үлтереүҙе туҡтатырға саҡыра.

Франция исламистарҙы утҡа тотасаҡ. Ислам дәүләте позициялары буйынса ут асыу бик мөһим, сөнки террорсылар баш ҡалҡытып ҡына ҡалмай, айырым дәүләттәрҙең мөстәҡиллегенә лә янай тигән францияныү премьер министры.

Пхеньян Вашингтонды атом ҡоралы менән ҡурҡыта. Төнъяҡ Кореяла Йонбенда атом комплексы тулы ҡеүәтенә эшләй башлаған. Урындағы сәйәсмәндәр быны Американың дошмандарса сәйәсәтенә тәбиғи реакция тип баһалай.

Сүриәнән 2 меңдән ашыу ҡасаҡ Истамбулдың Байрампаша автовокзалында йыйылған. Улар Грецияға ҡоро юл аша эләгергә иҫәп тота. Мигранттарға йәйәүләп 200 саҡырымдан ашыу юл үтергә тура киләсәк.

Яндекс.Метрика