К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың Юта штатында туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар сәбәпле ҡайһы бер ҡалаларҙы һыу баҫҡан. 15 кеше һәләк булған. Хәбәрһеҙ юғалыусылар бар.  Шаһиттар әйтеүенсә, яҡындағы каньондан ҡалаға табан аҡҡан көслө ағым машиналарҙы ағыҙып алып киткән.

Грецияның Лесбос утрауында теркәлеүгә сиратҡа баҫҡан ҡасаҡтарҙан ҙур сират барлыҡҡа килгән. Улар оҙаҡ көтөүгә ризаһыҙлыҡ белдереп тәртипһеҙлектәр ойоштора башлаған. Һуңғы алты айҙа ғына Европа берлегенә 500 мең мигрант килгән.

Бөгөн төндә Чилиҙа ер тетрәгән. Рихтер шкалаһы буйынса уның көсө 8 магнитуданан ашып киткән. Гаваи биләмәһенә хәҙер цунами ҡурҡынысы янай. Уның тулҡыны Рәсәйгә тиклем килеп етеүе ихтимал тип иҫкәртә белгестәр.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика