Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Афғанстандан меңләгән ҡасаҡ Грецияның башҡалаһындағы Виктория майҙанында палаткалар ҡорған. Уларҙың күбеһенең документтары ла, аҡсалары ла юҡ. Мигранттар ҡайҙа барырға белмәй. Урындағы халыҡ ҡулынан килгәнсә ҡасаҡтарға ярҙам итергә тырыша.

Индонезия, Малайзия һәм Сингапурҙы төтөн ҡаплаған. Эре мегаполистарҙан алыҫ түгел генә урмандар яна. Индонезияның Калимантан һәм Суматра уртауҙарында норманан ун тапҡырға артығыраҡ һауа бысранған.

28-се сентябргә ҡарай төндә ай тотоласаҡ. Был юлы ул ҡанлы ай тигән күренеш менән тап киләсәк. Йәғни, ер үҙ юлдашы менән бик яҡынаясаҡ. Был ваҡытта ай 14 процентҡа ҙурыраҡ һәм 30 процентҡа яҡтыраҡ.



Яндекс.Метрика