Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Яҡын арала Франция Сүриәлә ИГИЛ экстремистик төркөмө һуғышсылары яулап алған биләмәләрҙе һауанан утҡа тотоуы ихтимал. Ил премьер-министры Манюэль Вальс белдереүенсә, Франция Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы уставына ярашлы, илде һаҡлау хоҡуғы менән файҙаланасаҡ.

Польшала ультра уң хәрәкәттәр  мигранттарға ҡаршы ҡаршылыҡ акциялары ойошторҙо. Бәләкәй генә ҡалаларҙа митингтарға 3 меңдән ашыу кеше сыҡҡан. Социологик тикшереүҙәргә ҡарағанда, Польшала халыҡтың 56 проценты ҡасаҡтарға ҡаршы.

Швейцариянан һуү Бельгия Фольксваген автомобилдәренең айырым маркаларын һатыуҙы туҡтатҡан. Ер шарында иһә 11 миллион автомобилдең мутлашыу юлы менән һатылған булыуы ихтимал. 



Яндекс.Метрика