Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ғалимдар Марста тоҙло һыу барлығын асыҡлаған. Һыу йылы ваҡытта барлыҡҡа килә һәм һыуытҡас юҡҡа сыға. Яҡын арала Европа планетология конгрессында ғалимдар ошо турала доклад менән сығыш яһарға йыйына.

Германия прокуратураһы Фольксвагендың элекке етәксеһе Мартин Винтеркорнға ҡарата тикшереү башлаған. Ул экологик талаптарға тап килмәгән автомобилдәр һатҡанда мутлашыуҙа ғәйепләнә. Концерн да үҙ тикшереүен үткәрәсәк.

Был көндәрҙә һәр кем тәбиғәттәге һирәк күренеште-ҡанлы айҙы күҙәтә алды. Ай ергә яҡын килгәнлектән ғәҙәттәгенән ҙурыраҡ булып күренде. Боронғолар ҡанлы айҙан һуң төрлө бәлә ҡазалар була тип иҫәпләгән.



Яндекс.Метрика