Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Америка дәүләт секретары Джон Керри ҡушма штаттарҙың махсус хеҙмәттәренең Франция етәкселәренең телефондан һөйләшеүҙәрен тыңлауы тураһындағы хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты. Быға тиклем Викиликс милли именлек агентлығы Францияның өс президентының телефондан һөйләшеүҙәрен тыңлаған тип хәбәр иткәйне. 

Ереванда ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар пикетты тәүлек әйләнәһенә дауам итергә ҡарар иткән. Улар Әрмәнстанда электр энергияһына хаҡтарҙы арттырыу тураһындағы ҡарарҙы ғәмәлдән сығарыуҙы талап итә. Акцияла ҡатнашыусылар сәйәси талаптар ҡуймауы һәм Украиналағы кеүек майҙан ойоштормаясағы тураһында белдерә.

Забайкалье крайында урмандар яна. Ут 750 гектарҙы ялмап алған. Крайҙа янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән. Янғындан 200 йорт, 18 ауыл зыян күргән. Бер ауыл тулыһынса янып бөткән.

Рәсәй футбол союзы башҡарма комитеты Фабио Капеллоны илдең йыйылма командаһы баш тренеры вазифаһында ҡалдырыу өсөн тауыш бирҙе. Ойошманың яңы президентын һайлау 2 сентябрға тәғәйенләнде.



Яндекс.Метрика