Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Интернет селтәрендә Рәсәй президентының Япония премьер-министры менән осрашыуы тикшерелә. Японияның  дәүләт телеканалы күрһәткән кадрҙарҙа Синдзо Абэның  Владимир путиндың ҡулын ҡыҫыу өсөн югереүе күрһәтелә. Әйткәндәй Синдзо Абэ Нью-Йоркта Украина етәксеһе менән дә осрашҡан һәм уға Минск килешеүҙәренә альтернатива юҡ тип белдергән.

Италия полицияһы Болоньи вокзалы янында киндер баҫыуын юҡ иткән. 3 метрлыҡ 200 ҡыуаҡ яндырылған. Ҡара баҙарҙа был наркотик матдәнең хаҡы 400 мең евроға баһалана.

Мексикала Колима вулканы  терелгән. Һуңғы тапҡыр был вулкан быйыл июлдә  генә  атылғайны. 12 саҡырым радиуста халыҡты эвакуацияларға тура килде.

Ҡытайҙа Дуцзюань тайфуны сәбәпле 420 мең кеше хәүефһеҙ урынға күсерелгән. Шулай уҡ именлек тәьмин итеү йәһәтенән балыҡсыларҙың 30 мең кәмәһе кире ярға ҡайтарылған. Елдең тиҙлеге секундына 200 метрға еткән. Миллион кеше утһыҙ ҡалған.



Яндекс.Метрика