Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы бинаһы янында  тәүге тапҡыр Фәлестин автономияһы флагы күтәрелде. Ошо туралағы ҡарар БМО-ның генераль ассамблеяһы ултырышында ҡабул ителгәйне. Фәлестин был ойошмала күҙәтеүсе статусына эйә.

Ҡытай властары барлыҡ караптарҙы тиҙ арала ярға кире ҡайтырға саҡырҙы. Фуцзянь виләйәтендә барлҡ туристик объекттар ябылған. Был Дуцзюань тайфунына бәйле. Тәбиғәт ҡазаһы  Тайванға зур зыян килтерҙе. Айырым виләйәттәрҙә дамбаларҙы нығытыу буйынса ашығыс саралар күрелә.

Үҫешкән ете ил Берләшкән милләттәр ойошмаһының гуманитар ойошмаларына 1 миллиард 800 миллион долларлыҡ ярҙам күрһәтәсәк. Был аҡсалар ҡасаҡтарға ярҙам итеү өсөн тотоноласаҡ. Сүриә көрсөгө сәбәпле мигранттарҙы ҡабул иткән илдәргә лә аҡса бүлеү ҡарала.



Яндекс.Метрика