Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Францияла тәмәке төпсөгөн ташлаған өсөн штраф түләргә тура киләсәк. Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел-68 евро. Париж хакимиәте ҡала таҙа һәм матур булһын өсөн ошондай ҡарарға килергә мәжбүр булған.  Сөнки көн һайын ғашиҡтар ҡалаһында  350 тонна тәмәке төпсөгө йыйыла  икән.

Ҡытайҙың Хунань виләйәтендәге Пинцзянь округында туристар өсөн быяланан күпер асылған. Оҙонлоғо 300 метрлыҡ был ҡоролма 180 метр бейеклектә ҡаяларҙы тоташтыра. Күпер аша сығыусылар атлағанда аҫҡа ҡарамаҫҡа кәңәш итә.

Ҡырымда Севастополдән алыҫ түгел һыу аҫтында ҡорам төҙөләсәк. Ҡара диңгеҙ төбөнә, 20 меетр тәрәнлекдә дайверҙар ике метрлыҡ тәре ҡуйғандар. Православ сиркәүҙе төҙөү төнгө бүреләр байкер клубы ярҙамында атҡарыла.

21-се быуатта Рәсәйҙә айыуҙар урам буйлап түгел, машинала йөрөй. Екатеринбургта  водитель видеотеркәүесенә Волга автомобилендә китеп барыусы айыуҙы төшөрөп алған. Тайыш табан алдағы пассажирҙың ҡулын ялау өсөн ваҡыты-ваҡыты менән тәҙрәнән моронон  да сығарып алған. 



Яндекс.Метрика