Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Пальмира ҡалаһындағы “Триумфаль арка” юҡҡа сыға. Ислам дәүләтенең бер төркөм ғәскәре ике мең йыллыҡ тарихи һәйкәлде шартлатҡан. Арка боронғо ҡаланың төп сауҙа урамы өҫтөндә урынлашып, өс өлөштән тора. Бейеклеге 20 метрға тиклем ҡоролма Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә инә.

Көньяҡ Америкалағы Гватемала республикаһында тау ишелеү арҡаһында 130–ҙан ашыу кеше һәләк булған. Санта-Катарина-Пинула ҡалаһында кесаҙна төнөн ҡойма ямғырҙар арҡаһында килеп сыҡҡан был фажиғәле осраҡтан һуң тағы ла 300 кеше хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә. Әле  ҡотҡарыусылар эҙләү эштәрен дауам итә.

Рәсәйҙең оборона министрлығы Youtube каналында Сириялағы “Ислам дәүләттәре”нә һөжүм иткән видеокадрҙарҙы урынлаштырған. Рәсәй хәрбиҙәре хәбәр итеүенсә, авиация ярҙамында ИГИЛдың 10 объекты, шул иҫәптән, террорсылар әҙерләгән 4 лагерь юҡҡа сығарылған.



Последние новости

Яндекс.Метрика