Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америкалағы ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә, Көньяҡ һәм Төньяҡ Каролина штаттарын һыу баҫты. Һигеҙ кеше һәләк булған. Метеорологтар хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер райондарҙа яуым-төшөм кимәле 500 миллиметрға еткән. Урындағы властар, бындай көслө ямғырҙар мең йылдан ашыу яуғаны юҡ ине, ти.

Мальталағы автотамаша ваҡытындағы аварияла 20 кеше зыян күрә. Британия эшҡыуары йөрөткән “Порш” автомобиле юлдан ситкә осоп, тамашасылар өҫтөнә килеп менә. Һөҙөмтәлә, 5 кеше ҡаты йәрәхәттәр ала, 6 йәшлек ҡыҙ ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.

Бөтә донъя банкы 2015 йылда планетала йәшәгән ярлылар өлөшө беренсе тапҡыр 10 процентан түбән төшәсәк, тип күҙаллай. Халыҡ-ара финанс ойошмаһы көнөнә 1 доллар 25 цент тәшкил иткән ярлылыҡ кимәлен 1,9 долларға тиклем күтәргән. Был ҡарар халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге кәмеүе сәбәпле ҡабул ителгән.

Яндекс.Метрика