Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Фәлестин йәштәре Израилдың именлек көстәре менән көрәшә. Улар автономия биләмәһендә террорға ҡаршы рейдтар үткәреүсе хәрбиҙәргә һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә таш ырғыта. Ошо сәбәпле 4 кеше үлгән. Израиль премьеры Биньямин Нетаньяху террорға ҡаршы өҫтәмә саралар күрергә ҡушҡан.

Франция етәкселеге Эйр Франс авиакомпанияһы менеджерҙарына һөжүм итеүгә борсолоу белдергән. Профсоюз активистары директорҙар советы ултырышын туҡтатып бер хеҙмәткәрҙең пиджагын һәм күлмәген йыртҡандар. Ул ҡасып ҡотолған.

Бельгия ярында Зебрюгге портынан йыраҡ түгел Голландияның йөк ташыусы судноһы батҡан. Экипаж ағзаларының барыһы ла ҡотҡарылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса судно газ ташыусы танкер менән бәрелешкән.

Игил радикаль төркөмө Йемендың Аден ҡалаһын утҡа тотҡан өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды. Һуғышсылар премьер-министр резиденцияһын да утҡа тотҡан. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр бар. 



Последние новости

Яндекс.Метрика