Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың көнсығышында йәшәүселәр төҫ һәм тауыш шоуының шаһиты булды. НАСА космос агентлығы атмосфераға барий һәм стронций ташлаусы ракетаны осорҙо. Был элементтар һауала төҫлө болоттар барлыҡҡа килтерҙе.

Вашингтон Сиктәр белмәүсе табиптар ойошмаһынан Афғанстандың Ҡондоҙ ҡалаһында госпиталде утҡа тотҡаны өсөн ғәфү үтенде. Америка президенты Барак Обама ойошма етәксеһенә шәхсән шылтыратып һәләк булыусыларҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашҡан.

Австралияның Брисбен ҡалаһында хирургтар бер береһенән айырылған муйын умыртҡаларын үҫтереү буйынса үҙенсәлекле операция эшләгән. 16 айлыҡ сабый аварияла йәрәхәтләнә. Клиник үлем хәлендә ул Брисбен клиникаһына килтерелә. Операция 6 сәғәт дауам итә.

Германияның Фольксваген концерны ғинуарҙан экологик нормаларҙы урап үтеүсе программа ҡуйылған автомобилдәрҙе саҡырта башлаясаҡ. Был турала компанияның яңы башлығы Маттиас Мюллер белдергән. 11 миллион автомобиль киләһе йыл башына тиклем тулыһынса тәртипкә килтереләсәк. 



Последние новости

Яндекс.Метрика