Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Испанияла поездар хәрәкәте туҡтаған. Билдәһеҙ кешеләр сүс-оптик кабелде ҡырҡҡан. 9 мең 500 пассажир тәғәйен урындарына барып етә алмаған.

Рим ҡалаһы башлығы бюджет аҡсаларын сарыф иткән өсөн вазифаһынан киткән. Мафияға ҡаршы көрәшергә вәғәҙә биргән мэрҙан партиялаш дуҫтары баш тартҡан.

Косово парламентында Үҙбилдәләнеш партияһы депутаттары күҙ йәшен сығарыусы газ һипкән. Ҡайһы берәүҙәр аңын юғалтып йығылған. Оппозиция бына ошондай алымды ҡулланып Сербия менән мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә үҙ ҡарашын белдергән.



Яндекс.Метрика