Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Белоруссияның әлеге президенты Александр Лукашенко ошо вазифаға ҡайтанан һайланды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уның өсөн һайлаусыларҙың 82 проценты тауыш биргән.

Һуңғы илле йылда тәүге тапҡыр Кубаға Американан чартер самолеттары төшкән. Үткән йыл декабрь ике ил президенттары Америка менән Куба араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләргә һөйләшеп килешкәйне.

Төнъяҡ Корея  хеҙмәт партияһының 70 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы милләткә мөрәжәғәтендә ил етәксеһе Пхеньян ҡораллы көстәрҙең ҡеүәтен арттырасаҡ тигән. Яңыраҡ Пекин Пхеньян менән бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында белдергәйне. 



Яндекс.Метрика