Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй авиацияһы Сүриәлә боевиктар позицияларын утҡа тотоуҙы дауам итә. Ил президенты Владимир Путин Сәғүд Ғәрәбстаны оборона министры менән осрашыуҙа террорға ҡаршы көрәш беҙҙең төп маҡсатыбыҙ тип белдерҙе. Ул арала Сүриәлә хөкүмәт көстәре Рәсәй авиацияһы ярҙамында бер-нисә ҡала һәм ауылды контролгә алып һөжүмгә күскән.

Төркиәнең махсус хеҙмәттәре Анкаралағы террор ғәмәле ИГИЛ төркөмсәһе эше тип белдергән. Әммә оппозициялағы күп кенә сәйәсәмәндәр рәсми ҡараш менән риза түгел. Теракттан һуң ил президенты Рәжәп Эрдоған телекамералар алдында бөтөнләй күренмәгән. Оппозициялағы фирҡәләр властарҙы илде террорсыларҙан һаҡлай алмауҙа ғәйепләй.

Иран Израилгә осоп барып етәрлек яңы ракета эшләгән. Иран белгестәре тарафынан проектланған һәм эшләнгән Эмад ракетаһы һынауҙарҙы уңышлы үткән. Ирна агентлығы хәбәр итеүенсә, тәғәйенләнгән урында барывп еткәнгә тиклем уның менән идара итеп була.

Глазгола бынан 50 йыл элек төҙөлгән күп ҡатлы 6 йорт емерелгән. Урындағы етәкселәр фекеренсә, архитектур ҡоматҡы булмаған был биналар ҡала пейзажн боҙоп ултырған. Шартлатҡанда уларҙың ҡайһы берҙәренең тик аҫҡы ҡаттары ғына емерелгән.



Яндекс.Метрика