Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты Владимир Путин һәм Америка президенты Барак Обама телефон аша ике аралағы мөнәсәбәттәрҙе тикшергән. Рәсәй етәксеһенең матбуға секретары  Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, шулай уҡ ике президент Сүриәләге хәлдәр, Иран атом ҡоралы буйынса ла фекер алышҡан.

Сочи ҡалаһында көслө ямғырҙар сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл индерелде.  400 йорт һыу аҫтында ҡалған. 40 кеше эвакуацияланған. Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 225 кеше һәм 54 берәмек техника ҡатнаҡан. Синоптиктар тағыла ямғырҙар вәғәҙә итә.

Европа төркөмөнөң 27-се июндә үтәсәк осрашыуы Греция бурысы буйынса хәл иткес буласаҡ. Германия канцлеры Ангела Меркель әйтеүенсә, Афиндар өсөн өҫтәмә аҡса юҡ. Киләһе аҙнала Греция халыҡ-ара валюта фонды кредиты буйынса 1 миллиард 700 миллион доллар түләргә тейеш. Ил етәкселәре дефолттан ҡотолоу өсөн 7 миллиард 200 миллион евролыҡ халыҡ-ара ярҙамға өмөт итә.

Рәсәй Хөкүмәтенә Кока-Кола һәм Пепси-Колаға ҡаршы санкциялар индерергә тәҡдим итәләр. Дәүләт Думаһындағы бер партия ил хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевҡа ошондай мөрәжәғәт тапшырған. Улар Рәсәй президентының аҙыҡ-түлек эмбаргоһын бер йылға оҙайтыу тураһындағы указына өҫтәмә итеп ике эсемлекте һатыуҙы тыйырға саҡыра.

Яндекс.Метрика