Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бөгөн Рәсәй һәм Америка Сүриә күгендә конфликтлы хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса һөйләшеүҙәр үткәрәсәк. Ҡушма Штаттар был осрашыу тиҙ арала Вашингтон менән Мәскәү араһында Сүриә өҫтөндә осоу хәүефһеҙлегенә булышлыҡ итер тип ышана.

Румынияның бер-нисә ҡалаһы һыу аҫтында ҡалған. Автомобиль һәм тимет юлдарҙы һыу баҫҡан. Хәбәрһеҙ юғалғандар һәм һәләк булыусылар тураһында хәбәр ителмәй. Ҡотҡарыусылар юлда туҡтаған автомобилдәр пассажирҙарына ярҙам күрһәтә.

Интернет селтәрендә йыландың Го про камераһын тартып алыуы тураһындағы видео билдәлелек яулай. Американың бер штатында ир мыжғып торған ағыулы йылдандарға юлыға һәм камераны оҙон таяҡҡа бәйләп видеоға төшөрә башлай. Шул ваҡыт бер йылан үткер тештәре менән камераны тартып ала һәм ояһына һөйрәп алып инеп китә.

Ә был видеола ҡомаҡтың күгәрсенгә һөжүм итеүе төшөрөлгән. Ҙур ҡала уртаһында була был хәл. Туристар күгәрсенгә ярҙам итер урынға телефондарын алып видеоға төшөрә башлай. Ҡош бер-нисә тапҡыр талпынып ҡарай әлбиттә, әммә ҡомаҡтыү тештәренән ысҡынып килә алмай. 



Яндекс.Метрика