Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең генераль штабынан хәбәр итеүҙәренсә, Сүриәнең көнсығышында һәм төнъяҡ-көнсығышында ИГИЛ һуғышсылары күпләп алыш барған урындарҙан ҡаса башлаған. Ялан командирҙары атып үлтереү менән янап халыҡты һуғышҡа мобилизациялай тип хәбәр итә мәғлүмәт агентлыҡтары.

Израиль һәм Фәлестин активистары Иерусалимда Йәһүд һәм ғәрәптәр дошман түгел тигән демонстрация үткәргән. Унда ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Израилдә һәм Фәлестинда йәшәүселәр берҙәм ҡарашта тороп сәйәсәткә йоғонто яһай ала.

Филлипиндарҙың төнъяҡ-көнсығыш өлөшөндә Коппу тайфуны ҡотора. Елдең тиҙлеге сәғәтенә 210 километрға етә. Ул йорт ҡыйыҡтарын алып ырғыта, электр линияларын өҙә. Авиарейстар туҡтатылған.  



Последние новости

Яндекс.Метрика