Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриә ғәскәрҙәре ныҡлы һөжүмгә күскән. Улар Рәсәй авиацияһы ярҙамында 8 ауылды, бер-нисә бейеклекте һәм юлдарҙы контролгә алған.  Ислам төркөмсәһенең бер-нисә командиры юҡ ителгән.

Һуңғы ун йылда тәүге тапҡыр Ҡытай етәксеһе Си Цзипинь дәүләт визиты менән Бөйөк Британияға килде.  Күҙәтеүселәр фекеренсә, был визит ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе яңы кимәлгә күтәрергә тейеш.  Былтыр Бөйөк Британия Франция һәм Германияға ҡарағанда Ҡытай инвестицияларын күберәк йәлеп иткән.

Франция президенты 7 тонна марихуана табыусы таможня хеҙмәткәрҙәрен шәхсән ҡотлаған. Наркотик өс микроавтобуста йәшерелгән булған. Белгестәр билдәләүенсә, быға тиклем Парижда бындай ҙур күләмдә марихуана тартып алынғаны булмаған.

Филлипиндарҙа 16 кеше Коппу тайфунының  ҡорбанына әйләнгән. Илдең Көнсығышында  60 мең кеше эвакуацияланған.  Ҡотҡарыусылар әле булһа һыу аҫтында ҡалған ауылдарға барып етә алмай. Күҙаллауҙар буйынса, бәлә ҡазанан 4 миллион баланың зыян күреүе ихтимал.



Последние новости

Яндекс.Метрика