Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Афғанстандың беренсе вице-президенты Абдул Рәшит Дустум ИГИЛ һуғышсылары менән көрәштә Рәсәйҙән ярҙам һорай. Ислам дәүләте ойошмаһы Афғанстанда, Үҙәк Азияла һәм Рәсәйҙә террор ғәмәлдәре ойошторорға ниәтләй. Шуға ла Рәсәй был янауҙы иғтибарһыҙ ҡалдыра алмай тигән Абдул Рәшит Дустум.

Филлипиндарҙа 22 кеше һыуға батып үлгән. Был илдә Коппу тайфунының ҡотороуы барлыҡ мәғлүмәт сараларының иғтибар үҙәгендә ҡала. Бик күп йорттар емерелгән, электр линиялары өҙөлгән, йығылған ағастар юлдарҙы ҡаплаған.

Ҡәһирәнең милли музейында Тутанхамондың алтын битлеген реставрациялау ике ай дауам итәсәк. Мысырҙың символына әйләнгән битлекте яңыртыу бының өсөн махсус эшләнгән бүлмәлә башҡарыла. Донъя тарихының иң ҡиммәтле мираҫына 3 мең 300 йыл.

Кипрҙың ике футбол клубы араһындағы уйын ваҡытында санитарҙар бер спортсыны симуляция өсөн ергә ташлаған. Йәрәхәт алыусы футболсыны майҙандан алып сығып китеп барғанда санитарҙар ризаһыҙлыҡ белдереп бер-нисә тапҡыр йығыла. «Уйынсы йәрәхәт алдым тип алдаша”- тигән улар һуңынан.



Последние новости