Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй самолеттары Ислам дәүләте террор ойошмаһы объекттарын утҡа тотоуҙы дауам итә. Рәсәй оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә авиация төркөмсәнең 83 объектын юҡ иткән.

Франция Альптарында сиғандар тәртипһеҙлектәр ойошторған.  Улар ҡыҙ туғандарын ерләү өсөн төрмәнән туғандарын сығарыуҙы талап итә. Сиғандар Муаран ҡалаһында ҡыйбатлы машиналарға ут төрткән.

Дүрт көндә 20 меңгә яҡын мигрант Хорватия-Словения сиген үткән. Полиция хеҙмәткәрҙәре 2 меңгә яҡын ҡасаҡты махсус лагерға оҙата барған. Словения  6 мең мигрантты ҡабул итергә әҙер.

Төркиәләге иҡтисади хәл күптәрҙе борсоуға һала. Парламент һайлауынан һуң төрөк лираһы долларға ҡарата ныҡ арзанайған, сит ил инвестициялары аҙайған. Иҡтисад белгестәре фекеренсә, иҡтисади хәл сәйәси тотороҡһоҙлоҡҡа бәйле. 



Последние новости

Яндекс.Метрика