Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡыш яҡынлашыу менән Европала ҡасаҡтар мәсьәләһе тағыла ҡатмарлаша. 3 мең мигрант Австрия һәм Словения сигендәге контроль-үткәреү пункты янында йыйылған. Документтарын тикшергәндән һуң уларҙы бәләкәй төркөмдәр менән Авсрияға үткәрәләр.

Америка армияһының Ислам дәүләте террор ойошмаһына ҡаршы операцияла тәүге юғалтыуы. Курд хәрбиҙәре менән берлектә аманаттарҙы азат итеү операцияһы барышында Ҡушма Штаттар һалдаты һәләк булған.

Испанияла ярыш атын үлтереүсе спортсы 8 айға иркенән мәхрүм ителгән. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, ул ярыштарҙа еңелеүгә асыуланып атын туҡмап үлтергән.

Мексикала Попокатепетль вулканы атылған. Төтөн  2 километр ярым бейеклеккә күтәрелгән. Элегерәк, ошо уҡ вулкан атылыуҙан Мексиканы тулыһынса токсик газ ҡаплағайны. Ҡурҡыныс тау, вулканологтар уны Утлы тау тип тә атай, әлегә тиклем бындай әүҙемлек күрһәткәне булмаған. 



Последние новости

Яндекс.Метрика