Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европа төркөмө Грецияға ярҙам итеү программаһын ғәмәлдән сығарып Европаның үҙәк банкына был илдең банктарын финанслауҙы туҡтатырға тәҡдим итә. Тиҙҙән Греция 1 миллиард 500 миллион евролыҡ  бурысын түләргә тейеш. Шулай итеп, хәҙер Афиндар кредиторҙар менән килешмәйенсә,  дефолт иғлан итергә мөжбүр. 5-се июль милли референдумдар гректар Европа берлеге, Европа үҙәк банкы һәм халыҡ-ара валюта фонды тәҡдимдәренә ҡарата үҙ фекерен белдерергә тейеш. Греция премьеры Алексис Ципрас кредиторҙар шарттарына ҡаршы тауыш бирергә саҡырған.

Американы Фалькон ракетаһы һауала шартлап ергә ҡолаған. Ракета бөгөн Канавералдан һауаға осоролғайны. Корабль халыҡ-ара космос станцияһына  2 тонна йөк, шул иҫәптән аҙыҡ-түлек һәм ҡорамалдар алып барырға тейеш булған. НАСА мөғлүмәттәренә ҡарағанда, Фалькондың ярсыҡтары Атлантик океанға төшкән. Авариф сәбәптәре әлегә билдәле түгел. Америка һуңғы 8 айҙа өсөнсө Фальконын юғалтты. Яҡын арала НАСА белгестәре Рәсәйҙәге коллегалары менән осрашып килеп тыуған хәлде ентекләп тикшерергә уйлай.

Забайкалье крайында урман янғындары майҙаны иек тапҡырға күбәйгән. Ут һүндереүҙә 141 кеше, 63 парашютсы һәм 21 берәмек техника ҡатнаша. Край биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Бында 19-сы марттан урман яна. 200 йорт янып көлгә әйләнгән.

Малайзия Берләшкән Милләттәр ойошмаһы башланғысында Украинала Боинг самолеты һәләкәтен тикшереүҙе тиҙләтеү өсөн халыҡ-ара трибунал булдырыу тәҡдимен хупланы.  Илдең транспорт министры Лио Лай шулай уҡ ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырыу кәрәклеген дә белдергән. Амстердамдан Куала-Лумпурға осоусы рейс 17-се июль һәләкәткә осрағайны. 298 кеше һәләк булды.

Яндекс.Метрика