Рәсәй көнөндә Ҡырым республикаһында тәүге тапҡыр һабантуй үтте

Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеүсе Белогорск районы хеҙмәтсәндәре өсөн байрам Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Ҡырмыҫҡалы районы ижади коллективтары ярҙамында ойошторолдо. Ҡырым һабантуйын беҙҙең хәбәрселәр ҙә күреп ҡайтты.„Беҙ бергә!„ — Белогорск районында үткән байрамдың башҡаса аталыуы мөмкин дә түгел. Ҡырым республикаһының тап ошо төбәге Башҡортостан менән туғандаш. Ярымутрауҙың Рәсәй менән тарихи берләшеүенән алып Башҡортостан  Белогорскиҙағы ҡәрҙәштәргә үҙ ирке менән ярҙам итә. Бихисап социаль объекттарҙың төҙөкләндереүен тап ошо ярҙамдың ғәмәли һөҙөмтәһе, тип билдәләргә мөмкин. Зуево ҡасабаһында, мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәм партизандар иҫтәлегенә һәйкәл асылды, был иһә Башҡортостан иғәнәләренә төҙөкләндерелгән икенсе обелиск.Ҡырым халҡы рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәй. Теүәл бер йыл элек төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһында рәсми шарттарҙа ҡул ҡуйылған килешеү бөгөн ике төбәкте ысын мәғәнәлә дуҫлаштырҙы. Белогорскиҙың үҙендә, ҡала үҙәк майҙанында иһә халыҡ байрамы – һабантуй үтте. Ҡырмыҫҡалылырҙан икмәк-тоҙ, Башҡортостан артистарынан милли йыр-бейеүҙәр. Республика делегацияһының Ҡырымдағы осрашыуы беренсе булмаһа ла, һабан туйы бында  тәүге тапҡыр ойошторолдо.Һабантуйҙың ғәҙәти уйындары Белогорск халҡында шунда уҡ ҡыҙыҡһыныу уятты. Башҡорттарҙың көнкүреше һәм йолалары менән танышҡас  улар алыҫ Башҡортостанды яҡын күрә башлауҙарын белдерҙе.Ҡырым халҡына Рөстәм Хәмитов сәләмен юлланы. Белогорск районына шулай уҡ республика башлығының Гранты тапшырылды. Башҡортостан артистары ҡатнашлығындағы концерт төнгә тиклем дауам итте. Белогорск халҡы тыуған төбәге тарихына өр-яңы биттәр өҫтәлгәнен таный, „Беҙ бергә„ тип исемләнгән һәм Рәсәй көнөн, һабантуйҙы, ә иң мөһиме, бар халыҡты берләштергән  оло байрам да шуға дәлил.

Яндекс.Метрика