К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хәҙер Башҡортостанда белем алған имамдар ҙа хеҙмәт итәсәк

Дин әһелдәре йәш һалдаттарға рухи ярҙам күрһәтергә тейеш. Илдең оборона министрлығының махсус программаһы нигеҙендә бойомға ашырылған проекттың тәүге һөҙөмтәләре лә бар. Рәсәй Ислам Университетында физкультура дәресе. Төрлө күнекмәләр башлар алдынан шәкерттәр намаҙ уҡып, доға ҡыла. Башҡа мәктәптәр, белем биреү йорттарынан дәрес айырылмаған кеүек. Тик шуныһы – уҡытыусы ябай остаз түгел. Ул  — ғәскәри имам. Миҙхәт Шәкертов ошо йүнәлештә быйыл диплом алған 4  белгестең береһе. Ғәскәри имамдар әҙерләүҙә хәҙер Башҡортостандың бер ни тиклем тәжрибәһе бар. Былтыр, мәҫәлән, алты кешегә ошо туралағы рәсми документ тапшырылған. Юғары исем алырға теләүселәр өсөн төп шарттарҙың береһе — дәғүәселәр хәрби хеҙмәт үткән булырға тейешле. Шуға күрә лә ғәскәри имам исемен йөрөтөүсөләр араһында полковниктар ҙа бар. Ғәскәри имамдар дин тәғлимәте менән бергә психология, һәм башҡа предмерттарҙы ла өйрәнгән. Рәсәй Ҡораллы көстәре тәҡдиме буйынса киләһе йвл Башҡортостанда тағы ал ун кешегә ошондай махсус дипломдар тапшырылрға тейеш. Диплом алған ғәскәри имамдарға хәрби округтарҙа һорау ҙур. Улар алып барған тәрбиә эше һалдаттарҙың рухи хәлен нығытырға булышлыҡ итәсәк.Ватанды яратыу – имандан, тиелә изге китапта. Ғәскәри имамдар әҙерләү Башҡортостаны ғына түгел,ә Рәсй өсөн тәүге тәжрибә. Республикала белем алған дин әһелдәре бөгөн Санкт – петербург һәм Ульянвоскийҙа һалдататр менән эшләй. Киләсәктә уларҙың береһен ҡырымға ебәреү ҙә ҡаралған. 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика