Рәсәй Президенты Владимир Путин Башнефть акцияларының 25 проценты һәм йәнә бер акцияны Башҡортостан Республикаһы милкенә күсереү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Республика өсөн был  тарихи ғәҙеллекте ҡайтарыу күҙлегенән дә, яңы финанс мөмкинлектәр алыу йәһәтенән дә иҫтәлекле ваҡиға, тип билдәләне журналистар менән осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов.  Указға ярашлы, Рәсәй хөкүмәте ике ай эсендә Башнефть акционерҙар йәмғиәтенең федераль милеккә ҡараған акцияларын Башҡортостан милкенә тапшырыуҙы тәьмин итергә тейеш. Башҡортостанға тәғәйен акциялар пакетының хаҡы 90 миллиард һумға яҡын, бөгөн хаҡтар түбән икән, улар артасаҡ, тип күҙаллана. Республика үҙенең акциялары менән идара иткәндә Башнефть компанияһының уңышлы эшләүен һәм үҙ акционерҙарына килем килтереүен, шуның менән һәр акционерҙар йәмғиәтенә хас төп бурысты үтәүен – табыш алыуын күҙ уңында тотасаҡ, тип белдерҙе Республика башлығы. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, Башнефть акциялары төбәк өсөн яңы мөмкинлектәр аса.Башнефть компанияһы Рәсәйҙең ике тиҫтәнән ашыу төбәгендә һәм сит илдәрҙә эшмәкәрлек итеүсе нефть компанияһы булараҡ танылған. 2014-се йыл күрһәткестәренә ҡарағанда нефть сығарыу буйынса Рәсәйҙә ул алтынсы, нефтте эшкәртеүҙең тәү кимәле буйынса – дүртенсе урынды биләй. Ятҡылыҡтарының 170-ен ул сәнәғәт ҡулланышында файҙалана. Рөстәм Хәмитов акционерҙар йәмғиәтенең үткән йыл йомғаҡтары буйынса билдәләгән дивиденттарын Башҡортостан быйыл уҡ файҙалана аласаҡ, тип белдерҙе. 5 миллиард һумдың күпселек өлөшө мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары, юлдар, талап ителгән райондарҙа һыуүткәргестәр төҙөүгә йүнәлтеләсәк, аҡсаның бер өлөшө спорт командаларына ярҙам итеү маҡсатында тотоноласаҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика