Дарим автомобиль к 90-летию «Радио России Башкортостан» - 1606650164 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһе асылыуға 5 йыл

Ил етәксеһенә туранан тура мөрәжәғәт итеү өсөн Мәскәү Кремленә барыу мотлаҡ түгел. Рәсәйҙең һәр административ үҙәгендә Президент ҡабул итеү бүлмәләре асыҡ. Өфөләге ошондай бүлмә Волга буйы федераль округында иң ҙурҙар иҫәбендә. Бында халыҡты борсоған төрлө мәсьәләләрҙе теркәү, иҫәптә тотоу һәм хәл итеү өсөн бөтә шарттар бар. Анжелика Әкрәмова ошо иркен фатирҙы алыуына һөйөнөп бөтә алмай. 10 ярым квадрат метрҙа бишәүләп тора инек, ти. Аҙ килемле һәм мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаилә булараҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сиратҡа баҫҡандан һуң бер йылдан да үҙгәреш көтөлмәгәс, Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт иттем, тип хәтерләй Анжелика Альберт ҡыҙы. Үтенесе тиҙ арала ыңғай хәл ителгәс, хужабикә ғәҙеллеккә өмөт бағлаусы бар таныштарына ла Рәсәй Президенты ҡабул итеү бүлмәһен кәңәш итә. Белгестәр итәғәтле, һәр һорауға тулы яуап бирә, ни тиклем ҡатмарлы мәсьәлә менән килеүсене лә ярҙамһыҙ ҡалдырмай, тип раҫлай.  Рәсәй Федерацияһы Президентының ҡабул итеү бүлмәһенә йылына уртаса 1300 кеше мөрәжәғәт итә. Улар араһында көнкүреш мәсьәләләре лә, етди иҡтисади проблема менән килеүселәр ҙә бар. Үтенестәрҙең һәммәһе лә иғтибарға алына һәм тейешенсә хәл итеү юлын таба. Торлаҡ, һаулыҡ һаҡлау, ауылға газ үткәреү, эсәр һыу менән тәьмин итеү, мәктәп төҙөкләндереү, юлдар һалыу. Ошо һәм башҡа мөһим һорауҙарға яуап эҙләп килеүселәр ҡайһы саҡта артыҡ тулҡынланып та китә, ти ҡабул итеү бүлмәһе фельдшеры Рәйхана Ниғмәтуллина. Ғәҙәттән тыш осраҡтарҙы иҫкәртеү өсөн медицина белгесе һаҡта тора. Ҡабул итеү бүлмәһе белгестәре заманса техника йыһаздары, электрон документтар әйләнешен тәьмин итеү сараларын ҡулланып, граждандарҙың төрлө һорауҙарына яуап бирә. Волга буйы федераль округында Башҡортостан халыҡ иҫәбе буйынса иң ҙур төбәк булыуы сәбәпле ҡабул итеү бүлмәһенең күсмә комплексы ла булдырылған. Һуңғы өс йылда граждандарҙан ике мең ярым мөрәжәғәте ҡабул итеү автобусы аша теркәлгән. Ай һайын бында тематик ҡабул итеүҙәр ҙә ойошторола. Ғәмәлдәге закондарға аңлатма биреү, кешеләрҙең ғаризаларын конторлгә алыу һәм үтенестәрен ыңғай хәл итеү өсөн бөгөн был иң ҡулай сара, тип танылған. Видеоконференция, күсмә ҡабул итеү ысулын ҡулланып Рәсәй Президенты хакимиәтенең вазифалы шәхестәре шәхси ҡабул итеүҙәр ҙә үткәрә. Граждандар мөрәжәғәттәренең һаны һәм үтенестәрҙең ыңғай хәл ителеше буйынса Башҡортостан иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты үткәргән тикшереүҙәр шуны иҫбатлай. 

Хәбәрҙәр

Өфөлә “Юнармия” ағзалары арта | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Юнармия” ағзалары арта

Бөгөн баш ҡаланың 97-се мәктәбендә 51 уҡыусыны Рәсәйҙең Йәштәр армияһы мәктәбенә алдылар.Проектта ҡатнашҡан уҡыусылар фән менән генә шөғөлләнмәй. Улар төрлө түңәрәктәрҙә һәм махсус лагерҙарҙа спорт менөн булыша. Ә Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырғанда дөйөм балға өҫтәп Оборона министрлығы 30 бал ҡуша...

21 ноября 2017
Смотреть видео Кенәздәр юлһыҙ интегә | ГТРК «Башкортостан»

Кенәздәр юлһыҙ интегә

Биш йылға яҡын Шакша биҫтәһендәге Кенәз ауылында йәшәүселәр юл мәсьәләһен хәл итә алмай зарлана. Ун урамда соҡор –саҡырҙың күп булыуы арҡаһында һыу тула, һуңынан батҡаҡҡа әйләнә. Әллә күпме яҙылған ғаризанан һаман һөҙөмтә юҡ, ти улар. Район хакимиәте халыҡты борсоған һорауға нисек яуап ҡайтарған?...

21 ноября 2017
Алданған өлөшсөләрҙе хәҙер закон нигеҙендә яҡлау саралары бар | ГТРК «Башкортостан»

Алданған өлөшсөләрҙе хәҙер закон нигеҙендә яҡлау саралары бар

Рәсәйҙең 11 төбәге тәжрибәһе буйынса Башҡортостанда ла торлаҡ төҙөлөшөнә инвестиция индергән шәхси граждандар хоҡуҡтарын үтәүҙе талап иткән документ ғәмәлгә инде.Республикала әле өлөшсөләр иғәнәләре иҫәбенә төҙөлөш башлап төрлө сәбәпле туҡтатылған 29 майҙан теркәлгән. Алданған өлөшсөләр иҫәбендә...

21 ноября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сочи ҡалаһында Рәсәй президенты Владимир путин Сүриә президенты Башар Асад менән осрашты. Яҡтар фекеренсә, Сүриәлә хәрби операция тамамланғандан һуң сәйәси процестарға күсергә кәрәк. Башар Асад әйтеүенсә, Дамаск был йәһәттән Мәскәүҙә ҙур ышаныс бағлай. Ул террорға ҡаршы көрштә ярҙам күрһәткәне...

21 ноября 2017
Смотреть видео Тере килеш үлтергәндәр | ГТРК «Башкортостан»

Тере килеш үлтергәндәр

Өфөлә йәшәүсе Рима Ғәлиеваны ваҡытынан алда иҫәндәр исемлегенән алып ташлап, мәрхүмә яһағандар. Эйәһенең үлеме сәбәпле, документтары ғәмәлдән сыҡҡан, тиҙәр уға банкка кредит алырға мөрәжәғәт иткәндә.  Кеше тере, әммә документтар буйынса ул мәрхүм тип иҫәпләнә. Өфөлә йәшәүсе Рима Ғәлиева...

21 ноября 2017
Смотреть видео Аварияла кем ғәйепле? | ГТРК «Башкортостан»

Аварияла кем ғәйепле?

Был  һорауға криминалистар, тиҫтәләгән тикшереү үткәргәндән һуң, дөрөҫ яуап бирә ала. Бынан тыш, улар  йылына йөҙәрләгән енәйәтсене асыҡларға ярҙам итә. Был кадрҙар Өфөнөң Ғөбәйҙуллин урамынан. Ҡот осҡос аварияла ике йәйәүле ауыр йәрәхәт ала. Ғәйеплене видеояҙма буйынса асыҡлайҙар, ә күп...

21 ноября 2017
Шартлауҙан зыян күреүсе Сергей Кожевников дауахананан сыҡҡан | ГТРК «Башкортостан»

Шартлауҙан зыян күреүсе Сергей Кожевников дауахананан сыҡҡан

Өфөлә Армавир урамында машина шартлауҙан зыян күреүсе Сергей Кожевников дауахананан сыҡҡан. Элекк участка полиция хеҙмәткәре тере ҡалды, әммә уның ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн аяғын ҡырҡырға тура килде. Әлегә шартлау сәбәптәре билдәле түгел. Ошо хәлдән һуң күп тә үтмәй, Ишембайҙа ла машина шартланы....

21 ноября 2017
Смотреть видео Яңы үрҙәр, яңы бейеклектәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы үрҙәр, яңы бейеклектәр

Беҙҙең каналдың милли тапшырыуҙар бүлеге программаһы – “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуының Бөйөк Ватан һуғышында еңеү көнөнә арналған сығарылышы «Мәңгелек ут» фестиваленең махсус призына лайыҡ булды.  IX «Мәңгелек ут» халыҡ-ара телевизион хәрби-патриотик фильмдар һәм тапшырыуҙар фестивале...

20 ноября 2017
Смотреть видео Республика башлығы төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған студенттар менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған студенттар менән осрашты

Башҡортостанда инвалид студенттарҙы эшкә урынлаштырыу муниципалитеттар ҡарамағына тапшырыласаҡ. Был хаҡта бөгөн республика башлығы Халыҡ-ара һәм Рәсәй конкурстарында еңеү яулаған студенттар һәм уларҙың уҡытыусылары менән осрашыуҙа белдерҙе. 

20 ноября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка дәүләт департаменты Төнъяҡ Кореяға баҫым яһау өсөн 12 миллион доллар бүлә. Был аҡсаларҙы диңгеҙҙә йөктәр ташыуҙы, сауҙа операцияларын күҙәтеүгә алыуға тотоноу ҡарала. Вашингтон Пхеньяндың контрагенттары менән дә хеҙмәттәшлекте нығытырға ниәтләй. Рәсәйҙең күп функциялы радиолокацион...

20 ноября 2017
Смотреть видео Бал – һаулыҡ эликсиры | ГТРК «Башкортостан»

Бал – һаулыҡ эликсиры

Борон замандарҙан уҡ бал ҡортоноң ағыуын, прополисын, һитәһен, балын халыҡ медицинаһында киң ҡулланғандар. Бал ҡортон халыҡ табибы, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Бал ҡорто ер шарындағы иң боронғо, файҙалы, ғәжәйеп бөжәк. Уның балы ғына түгел, хатта ағыуы ла шифалы. Борон гректар бер-береһенә “һине...

17 ноября 2017
Смотреть видео Бөгөн Башҡортостанда оло ваҡиға билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Башҡортостанда оло ваҡиға билдәләнә

50 йыл элек Өфөнөң Ағиҙел ярында Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыла. Баш ҡалала бөгөн ошо датаға арналған митинг үтте. 1939 йылда БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы Салауат Юлаевтың һәйкәл проектына конкурс иғлан итә. Ә 1943 йылда Хөкүмәт комиссияһы осетин скульпторы Сосланбәк Тавасиевтың эскиздарын...

17 ноября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү менән аңлашылмаусанлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, Дональд Трамп халыҡ-ара мәсьәләләр буйынса Владимир Путин менән хеҙмәттәшлек итеү кәрәклеген бик яҡшы аңлай. Был хаҡта Аҡ йорттоң рәсми вәкиле Сара Сандерс хәбәрселәр менән осрашыуҙа белдергән. Ракканы азат иткәндән һуң Америка етәкселегендәге...

17 ноября 2017
Смотреть видео Бурысҡа аҡса алғанда ғүмерҙе страховкалау тәртибенең үҙгәреүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Бурысҡа аҡса алғанда ғүмерҙе страховкалау тәртибенең үҙгәреүе ихтимал

Рәсәй юғары судының Өфө ханымы ғаризаһына биргән яуабы банктарҙың заем алыусыға коллектив страховка килешеүен көсләп тағыу тәжрибәһенә сик ҡуйыуы ихтимал. Гөлназ Исламова банктан аҡсалата кредитты беренсе тапҡыр ғына алмай. Страховка килешеүен төҙөү талабының ипотека менән автомобиль һатып алғандан...

17 ноября 2017
Өфөлә юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алалар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алалар

Ноябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә Юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алалар. Хәтер көнө юлда һәләк булыусыларҙың йылдан-йыл артыуына иғтибарҙы йүнәлтә һәм уйландырырға мәжбүр итә.  Донъяла тәүлегенә өс меңгә яҡын кешенең юлда ғүмере өҙөлә, 100 меңгә яҡын кеше төрлө йәрәхәттәр ала....

17 ноября 2017
Һауа торошо боҙола | ГТРК «Башкортостан»

Һауа торошо боҙола

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн водителдәрҙе алыҫ юлға сыҡмаҫҡа саҡырҙы. Ҡар яуыу һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыу сәбәпле бөгөн Өфөлә ҙур тығындар барлыҡҡа килде. Республика һәм федераль кимәлдәге юлдарҙағы авариялар йыш теркәлгән урындарҙа юл-патруль хеҙмәте нарядтары дежур...

17 ноября 2017
Прокурор судьяны атып үлтергән | ГТРК «Башкортостан»

Прокурор судьяны атып үлтергән

Бөгөн Башҡортостандың Мәсетле районы прокурорының Балаҡатай районы судьяһын атып үлтереүе тураһында билдәле булды. Фажиғәле осраҡ Мәсетле районында теркәлгән. Һунар ваҡытында бер кеше икенсеһенә мылтыҡтан атҡан. Яраланыусы һуңғараҡ дауаханала вафат булған. 

17 ноября 2017
Смотреть видео Впервые меч Салавата Юлаева окажется в студии «Хәйерле иртә, республика!»  | ГТРК «Башкортостан»

Впервые меч Салавата Юлаева окажется в студии «Хәйерле иртә, республика!»

50 лет назад 17 ноября открыли памятник Салавату Юлаеву. Скульптор Сосланбек Тавасиев 25 лет работал над скульптурой. Изначально планировали установить его возле Горсовета или Центрального рынка. Но Тавасиев настоял на своём и памятник был установлен на высоком берегу р. Белой. Пришлось со склона...

16 ноября 2017
Смотреть видео Яңы йылға яңы цирк менән | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йылға яңы цирк менән

Дәүләт циркын билдәһеҙ ваҡытҡа япҡандан һуң төбәктә тамашаларҙың был төрө юғалмай. Өфөлә Шапито циркына нигеҙ һалынды. Дөйә, як, киләһе йыл символы – маьмайҙар – Шапито артистары исемлеген улар аса. Был урында ысын цирк буласаҡ, ти “Триумф” циркының директоры Аллаһбирҙе Исрафилов. Әле бағаналары...

16 ноября 2017
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй һәм Венесуэла Каракастың Мәскәүгә 3 миллиард 15 миллион долларлыҡ бурысын ҡайтанан ҡарап сығыу тураһындаға килешеүһе имзаланы. Шулай итеп, халыҡ-ара финанс ойошмалар баҫымына эләккән илдәр өсөн Рәсәй ярҙам ҡулы һыҙыусы илдәр сафына баҫты. Рәсәй хәрби-космос көстәренең алты...

16 ноября 2017
Смотреть видео Мәләүез районында йәшәгән Салауат Алтынсурин улының үлемендә уҡытыусыны ғәйепләй | ГТРК «Башкортостан»

Мәләүез районында йәшәгән Салауат Алтынсурин улының үлемендә уҡытыусыны ғәйепләй

2016 йылда май айында экскурсияға тип сыҡҡан балалар һыу инә. Әммә 14 йәшлек Булат Алтынсурин, аяғы көҙән тартып, һыуҙан сыға алмай. Салауат хәҙер балалар өсөн яуаплылыҡ тотҡан етәксегә ғәҙел хөкөм ҡарарын сығарыуҙарын һорай. Тик йыл ярым эсендә туғыҙ тапҡыр судья алышына, бер кем дә был һорауға...

16 ноября 2017
Смотреть видео Ислам-әхләҡ һәм тәрбиә нигеҙе | ГТРК «Башкортостан»

Ислам-әхләҡ һәм тәрбиә нигеҙе

Бөгөн Башҡортостан Динә назараты ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған саралар башланды. Ул “Фәхретдинов уҡыуҙары” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы менән асылды. 

15 ноября 2017
Смотреть видео Улар һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Улар һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер

Өфө тимер юл вокзалында пассажирҙар именлеген тәьмин итеүгә  Холли һәм Жуля ҡушаматлы спаниель тоҡомло эттәр йәлеп ителде. Улар хәрби ҡорал, шартлатҡыстар, наркотик матдәләр эҙләү өсөн махсус өйрәтелгән. Холли ҡушаматлы эт  шартлатҡыс һалынған сумканы бер-нисә минут эсендә эҙләп таба ала...

15 ноября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең оборона министрлығы Америка етәкселегендәге террорға ҡаршы коалицияны Сүриәлә террорсыларҙы яҡлауҙа ғәйепләне. Америка  сигенеүсе террорсыларға ут асыуҙан баш тартып, үҙ биләмәһендә көс тупларға  мөмкинлек бирә, тип белдергән Рәсәйҙең оборона министрлығы вәкиле. Рәсәй Федераль...

15 ноября 2017
Смотреть видео Бөгөн Өфө аэропорты 2 млн 500 меңенсе пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Өфө аэропорты 2 млн 500 меңенсе пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе

Юғары күрһәткес республиканың төп һауа ҡапҡаһы тарихында тәүгегә. Әйткәндәй, бәхетлене Башҡортостан телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, “Хәбәрҙәр”ҙең алып барыусыһы Флүрә Мурзина ҡаршыланы.  Билдәле диктор, “Хәбәрҙәр”ҙең алып барыусыһы Флүрә Мурзина бер көнгә һөнәрен алмаштырҙы. Уға Өфө...

15 ноября 2017
Смотреть видео «Их, өс егет...» проектына бағышланған матбуғат конференцияһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

«Их, өс егет...» проектына бағышланған матбуғат конференцияһы үтте

Башҡортостан ДТРК–һының Рәсәй медиа үҙәгендә «Их өс егет, өс егет, Азат, Азамат, Байегет» проектына бағышланған матбуғат конференцияһы үтте. Фекер алышыуҙа республиканың билдәле актерҙары - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет, Башҡортостандың халыҡ артистары Азамат Ғафаров һәм Алмас...

15 ноября 2017
Аҙна аҙағында Башҡортостанға ысын ҡыш киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Аҙна аҙағында Башҡортостанға ысын ҡыш киләсәк

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, әлеге циклон төбәктә ҡоро, тыныс һәм йылы көндәрҙе һаҡлай. Йәғни, кесаҙнаға тиклем, һауа температураһы 5 градусҡа тиклем күтәрелә. Ә йома ҡапыл һыуытасаҡ. Көндөҙ 2-4 градус һалҡын, ә төндәрен 10 градусҡа тиклем түбәнәйә. 

14 ноября 2017
Яңы йылға шараптың хаҡы ла 10-15 процентҡа артасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йылға шараптың хаҡы ла 10-15 процентҡа артасаҡ

Ошо турала Милли сауҙа ассоцияцияһы һәм Рәсәй ритейл баҙары эксперттары ассоцияцияһына һылтанып Известия гәзите яҙа. Белгестәр билдәләүенсә, байрам алдынан шампандарға ихтыяж арта, шуға күрә спиртлы эсемлектең айырым төрө 10 процентҡа ҡиммәтләнәсәк. А арзан шараптарҙың хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалыуы...

14 ноября 2017
Смотреть видео Башҡортостандан бөгөн Алыҫ Көнсығышҡа  эшелон юлға сыға | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандан бөгөн Алыҫ Көнсығышҡа эшелон юлға сыға

Яҡташ һалдаттарыбыҙ был төбәктәге  хәрби гарнизондарҙа хеҙмәт итәсәк. Уларҙы сик буйы һәм ҡоро ер ғәскәрҙәрендә көтәләр. Республиканың башҡа райондарынан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар кеүек үк, Баймаҡ һәм Йылайырҙан армия сафына алынған был егеттәрҙе алда ҙур һынау көтә. Хабаровскийға тиклем...

14 ноября 2017
12 ҡатын һәм 29 бала Сүриәнән ҡайтарылды | ГТРК «Башкортостан»

12 ҡатын һәм 29 бала Сүриәнән ҡайтарылды

Сүриәләге ҡыҙыу нөктәләрҙән махсус рейс менән Рәсәйгә ҡайтарылған кешеләр араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. Кешеләрҙе ҡотҡарыу операцияһы Оборона министрлығы ярҙамы менән ике ай тирәһе дауам иткән. Рәсәй, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре кисә Грозный ҡалаһына ҡайтарылды. Унда 12 ҡатын һәм 29...

14 ноября 2017
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика