Рәсәйҙә аҙыҡ-түлек сифатын контролгә алалар

Президент Владимир Путин хөкүмәткә ошо системаны булдырырға һәм эшен көйләргә ҡушты. Документҡа ярашлы, үҙебеҙҙә етештерелгән дә, ситтән килтерелгән ризыҡ сифаты ла даими тикшерелеп барасаҡ. Хөкүмәттә бының өсөн вице-премьер Аркадий Дворкович яуаплы, үҙ сиратында ул системаны яйға һалыу бурысын Ауыл хужалығы, Сауҙа һәм сәнәғәт, Иҡтисади үҫеш министрлыҡтарына, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенә йөкмәткән. Әле Рәсәйҙә ризыҡ хәүефһеҙлеге буйынса 7 мең документ бар. Әммә береһе лә аҙыҡ-түлектең сифат мәсьәләһен көйләмәй.

Яндекс.Метрика