Салауат ҡалаһындағы дауалау-холоҡ төҙәтеү колонияһы ғәҙәттәге эш режимына күсте

Аңлатыу эштәренән һуң  хөкөм ителеүселәр ҡаршылыҡ акцияһын туҡтатты. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, унда 70-ләп кеше ҡатнашҡан. Хәҙер тәфтишселәргә уларҙың һәр береһе менән һөйләшеп ғәйебен асыҡларға тура киләсәк. Бирелгән язаларҙы үтәү федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле колония биләмәһе тәртипкә килтерелә.

Яндекс.Метрика