"Салауат Юлаев" хоккей клубы йәнә бер тренер менән тулыланды

Быға тиклем Санкт-Петербургтың СКА-һында ҡапҡасылар өсөн яуаплы белгес Кирилл Кореньков Өфөгә күсте.  Ул СКА-ға тиклем юлаевсыларҙың баш тренеры Игорь Захаркин менән бергә Польша йыйылма командаһында ла эшләп өлгөргән. Әйткәндәй, яңыраҡ «Салауат Юлаев»ҡа килгән йәнә бер тренер  Николай Борщевский ҙа быға тиклем Санкт-Петербургта эшләне. Хәҙер «Салауат Юлаев»та тренерҙар һаны бишәүгә етте. Баш тренер Игорь Захаркин менән бергә һәр уйын барышында хоккейсылар эскәмйәһе артында Анатолий Емелин, Николай Борщевский, Андрей Зюзин һәм Кирилл Кореньков баҫып торасаҡ.



Яндекс.Метрика